+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Талбазылар ҙа ҡатнаша

Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының II синыф уҡыусылары бәйгегә үҙҙәренең ижад емештәрен ебәргән. Етәкселәре: Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.

Талбазылар ҙа ҡатнаша
Талбазылар ҙа ҡатнаша

Уҡытыусым

Көн дә киләм мәктәбемә,

Ҡаршылай уҡытыусым.

Дәреслек алам ҡулыма,

Уҡытыусым – ярҙамсым.

Ауыр ғилем донъяһын

Аңларға ул өйрәтә.

Уҡытыусым, рәхмәт һиңә

Биргән белемдәреңә!

Сулпан ҒӘЛИУЛЛИНА.

 

 

 

Маяҡ кеүек

Уҡытыусым! Маяҡ кеүек

Яҡты юлды күрһәттең.

Һандарҙы, хәрефтәрҙе

Һин бит миңә өйрәттең.

Белем ишектәрен асып,

Беҙҙе алға әйҙәнең.

Яғымлыһың, һөйкөмлөһөң,

Һөйөү тулы йөрәгең!

Айхан ҒИМАЛДИНОВ.

 

Остазыма

Минең остазым –

Күктәге йондоҙом!

Ғилем илен күрһәтеүсе,

Наҙлап белем биреүсе!

Аҡыллы кәңәш менән

Тәрбиә, аң өрөүсе!

Тирә-йүнгә нур сәсеп,

Фән тауына әйҙәүсе.

Таһир РӘХИМОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: