+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Матур йолабыҙ бар

1 сентябрҙән башлап беҙҙең ойошмала илебеҙ һәм республикабыҙ флагтарын күтәреү йолаһы барлыҡҡа килде.

Матур йолабыҙ бар
Матур йолабыҙ бар

Саф­ҡа теҙелгән балалар менән педагогтар иң тәүҙә Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлай. Ә инде флагтарҙы күтәреү бәхете иң-иңдәргә генә тәтей. Бындай яуаплы эш төрлө ярыштарҙа, бәйгеләрҙә еңеүсе, үҙәгебеҙ тормошонда әүҙем ҡатнашыусы кескәйҙәргә йөкмәтелә.
Аҙна һайын башҡарылған эштең һөҙөмтәһе ярайһы уҡ күҙгә салынып тора: балалар етдиләнде, үҙ ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә өйрәнде. Бындай сараларҙы даими рәүештә үткәреп тороу уларға ҙур йоғонто яһай. Кескәй саҡтарынан уҡ Ватанға тоғро ҡалыу, илһөйәрлек, өлкәндәрҙе хөрмәт итеү, намыҫлы, сая, батыр, ышаныслы дуҫ булыу кеүек сифаттар тәрбиәләһәк, ысын кеше үҫтерәсәкбеҙ.

Резеда МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы,
«Йондоҙло» бала үҫтереү үҙәге.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: