+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иҫке абзандар ҙа ҡатнаша

Благовар районының Иҫке Абзан ауылында зыяратты төҙөкләндереү проекты менән урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыусыларҙың йомғаҡлау йыйылышы үтте.

Иҫке абзандар ҙа ҡатнаша
Иҫке абзандар ҙа ҡатнаша

Ауыл мәҙәниәт йорто байрамса биҙәлгән. Бинаға ингән һәр кеше тәүҙә “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” яҙыуына иғтибар итә. Ысынлап та, халыҡ яугирҙарға ихлас ярҙам итергә тырыша, кәрәкле әйберҙәр йыйып ебәреп кенә тора.

Инициативалы төркөм рәйесе Рәвиҙә Әхмәтйәнова, йыйылышты башлап, өмәләрҙә ҡатнашҡан яҡташтарына ҙур рәхмәт әйтте. Ике ай эсендә ике зыяратта 560-тан ашыу ағас ҡырҡылды, биләмәләр таҙартылды. Бының менән конкурс программаһының бер шарты үтәлде лә инде. Рәйес айырыуса әүҙем яҡташтарын телгә алып үтте.

Эш социаль селтәрҙәрҙә лә алып барыла. Иҫке Абзандар “Минең ата-бабаларым” флешмобында ихлас ҡатнаша, фотолар аша туғандары менән таныштыра. Киң мәғлүмәт сараларында проектты яҡтыртыу менән иһә Өфөлә йәшәүсе Рәмилә Сакаева ярҙам итә. Өмәләр тамамланғас, Ҡөрьән ашы ойошторолдо, мәрхүм ауылдаштарға доға ҡылынды.

Йыйылышта ҡатнашыусылар проектты тормошҡа ашырыу буйынса бөтә ҡарарҙар өсөн тауыш бирҙе, кәрәкле аҡсалата өлөштө индерергә ризалашты. Сара матур концерт менән тамамланды.

 

Иҫке абзандар ҙа ҡатнаша
Иҫке абзандар ҙа ҡатнаша
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: