+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Йәншишмә» – республика конкурсы лауреаты!

Былтыр иғлан ителгән Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылын яҡтыртыу буйынса республика журналистары араһындағы конкурста «Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзите III урынды яуланы. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы бөгөн – Рәсәй матбуғаты көнө алдынан уҙҙы.

«Йәншишмә» – республика конкурсы лауреаты!
«Йәншишмә» – республика конкурсы лауреаты!

– «Йәншишмә» гәзите редакцияһы шул йылға бағышланған сараларҙы яҡтыртып ҡына ҡалманы, үҙе лә мәрхәмәтлек акциялары ойоштороп, олоһон да, кесеһен дә изге эштәргә ылыҡтырҙы. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһына мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, редакциябыҙ дуҫтары ихлас ҡушылды. Балалар сиккән ҡулъяулыҡтарҙы һәм йыйылған кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе 13 йәшниккә тултырып, Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальондарға ебәрҙек, – ти акцияны ойоштороусыларҙың береһе, хаттар бүлеге хәбәрсеһе Зөһрә Хәкимова.

Конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы.

«Йәншишмә» – республика конкурсы лауреаты!
«Йәншишмә» – республика конкурсы лауреаты!
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: