+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Атайсалыбыҙ күркәмләнһен

Әлеге минуттарҙа Өфөләге “Торатау” конгресс-холында III республика “Ватан көсө” форумы бара. Унда “Атайсал” проектына йомғаҡ яһала.

Атайсалыбыҙ күркәмләнһен
Атайсалыбыҙ күркәмләнһен

2021 йылда старт алған был ҙур проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды менән бергә тормошҡа ашырыла. Маҡсат – атайсалыбыҙға ярҙам итеү. Төрлө бағымсылар ярҙамында әлеге көнгә 438 һәйкәл һәм обелиск, 550-гә яҡын шишмә төҙөкләндерелгән, 100-ләп балалар һәм спорт майҙансығы төҙөлгән, 437 мәсет һәм 77 сиркәү төҙөлгән (ремонтланған), 906 зыярат таҙартылған... Ә үткәрелгән мәҙәни сараларҙы һанап бөткөһөҙ.

Форумда төрлө майҙансыҡтар эшләй. Түңәрәк өҫтәлдәр артында һығымталар яһала. Күргәҙмәләр күҙ яуын ала. Халыҡ ҡайнап тора.

“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ла уйын ойошторҙо. Фишка ярҙамында һан һайлап, уның артында йәшеренгән тема буйынса һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Теләүселәр күп булды.

Был изге эш артабан да дауам итһен, атайсалыбыҙ тағы ла күркәмләнһен!

Атайсалыбыҙ күркәмләнһен
Атайсалыбыҙ күркәмләнһен
Атайсалыбыҙ күркәмләнһен
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: