+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүсе исеме асыҡланды!

Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы" һәм уға айҡанлы ойошторолған "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика профессиональ конкурстарын ябыу тантанаһы үтте.

Еңеүсе исеме асыҡланды!
Еңеүсе исеме асыҡланды!

Конкурс еңеүсеһе  – Өфөләге 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе ГӨЛСИНӘ АЗАТ ҠЫҘЫ ИШБАЕВА.

 Конкурс призерҙары:
ӘМИНӘ РАФИҠ ҠЫҘЫ БУРАНБАЕВА, тәрбиәсе (Баймаҡ ҡалаһы, Баланы үҫтереү үҙәге – «Айыуҡай» балалар баҡсаһы);
ЛЕНА ВӘКИЛ ҠЫҘЫ ФӘЙРҮЗОВА, тәрбиәсе (Өфө районы, Шамонин ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы); 
АЛЬБИНА БУЛАТ ҠЫҘЫ ТАҺИРОВА, тәрбиәсе (Сибай ҡалаһы, Баланы үҫтереү үҙәге – «Тейенкәй» балалар баҡсаһы);
ДИЛАРА РАМАҘАН ҠЫҘЫ ӘЙҮПОВА, өлкән тәрбиәсе (Өфө, 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы).

 Конкурс лауреаттары:
ЮЛИӘ РАФИҠ ҠЫҘЫ БАЕВА, тәрбиәсе  (Өфө, 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы);
СВЕТЛАНА РӘХИМ ҠЫҘЫ ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, тәрбиәсе (Өфө, 18-се башҡорт балалар баҡсаһы);
ГЛҮСӘ ХИСӘМЕТДИН ҠЫҘЫ  ҒӘЛИЕВА, тәрбиәсе (Асҡын районы, Асҡын ауылының дөйөм үҫеш төрөнә ҡараған «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы);
ГӨЛСӘРИӘ ХӘЛӘФЕТДИН ҠЫҘЫ ДӘҮЛӘТКИЛДИНА, тәрбиәсе (Йылайыр районы, Ҡашҡар ауылының «Миләш» балалар баҡсаһы);
ӘЛИӘ МИҢЛЕБАЙ ҠЫҘЫ  КӘРИМОВА, тәрбиәсе (Мәләүез ҡалаһы, «Гүзәл» 15-се башҡорт балалар баҡсаһы);
РЕГИНА МАРАТ ҠЫҘЫ  СӘҒИТОВА, тәрбиәсе (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 12-се балалар баҡсаһы);
ФИДӘЛИӘ ҒАЙСА ҠЫҘЫ СӘЙӘХОВА, тәрбиәсе (Күмертау ҡалаһы, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһы);
ЭЛЬЗИДА РАФАЭЛЬ ҠЫҘЫ ХӨСНӨТДИНОВА, тәрбиәсе (Өфө, 308-се башҡорт балалар баҡсаһы);
РӘСИЛӘ САБИРЙӘН ҠЫҘЫ ХӘСӘНОВА, тәрбиәсе (Салауат ҡалаһы, ҡатнаш төргә ҡараған 10-сы балалар баҡсаһы);
ГӨЛНАРА НАИЛ ҠЫҘЫ ӘХМӘТЙӘНОВА, тәрбиәсе (Әбйәлил районы, Амангилде ауылының «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы).
Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләүсе Гөлнара Наил ҡыҙы шулай уҡ Василий Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” миҙалы менән бүләкләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы, “Аҡбуҙат” журналы һәм сыуаш йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса "Канаш" йәмәғәт ойошмаһы конкурста яҡшы һөҙөмтә күрһәткән тәрбиәселәргә үҙҙәренең махсус призын әҙерләне.

Бар еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ. Еңеүҙәр ҡанатландырһын, яңы асыштарға илтһен!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Еңеүсе исеме асыҡланды!
Еңеүсе исеме асыҡланды!
Еңеүсе исеме асыҡланды!
Еңеүсе исеме асыҡланды!
Еңеүсе исеме асыҡланды!
Еңеүсе исеме асыҡланды!
Еңеүсе исеме асыҡланды!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: