+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәртәбәле конкурс башланды

Башҡортостанда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы башланды. Быйыл унда 150 педагог —  һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең муниципаль этабында еңеү яулаған уҡытыусылар ҡатнаша.

Ҡатнашыусылар өсөн конкурс һынауҙары 10 мартта «Педагогик оҫтахана» конкурсынан башланды, бәйгеселәр уҡытыу һәм тәрбиә биреү мәсьәләләрендә методик компетентлығын һәм тәжрибәһен күрһәтте. Һәр кем дистанцион технологиялар ярҙамында реаль ваҡыт режимында үҙенең педагогик асыштары, дәресте онотолмаҫлыҡ, файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам иткән алымдары менән уртаҡлашты.

Конкурсанттарҙы алда оҫталыҡ, асыҡ дәрестәр көтә. Конкурс марафоны матбуғат конференцияһы менән тамамлана.

Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәрҙең исемдәре 24 мартта «Торатау» конгресс-холында конкурсты ябыу тантанаһында иғлан ителә.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: