+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар!

2023 йылдың 23 мартында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” регион-ара конкурсының финалы үтәсәк.

Иғтибар!
Иғтибар!

Конкурста Башҡортостан Республикаһынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан барлығы 61 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡарай. Уларҙың иң-иңдәре финалда  – “БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ МЕНӘН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ”ла ҡатнашасаҡ.

Конкурстың ойоштороу комитеты пресс-конференцияһына арнап  “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!” акцияһын иғлан итә.

Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы һәр кем: уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – кемдәр теләй, барыһы ла бирә ала!

Бының өсөн һорауығыҙҙы видеоға яҙҙырыуығыҙ һәм [email protected] электрон почтаһына ебәреүегеҙ һорала.

Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән пресс-конференция”ла яңғыраясаҡ.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: