+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йылмайып ҡаршы ала

Уҡытыусыбыҙ Нәзилә Закир ҡыҙы Торомтаева - үҙенең эшен яратҡан педагог. Бына дүртенсе йыл инде уның менән бергә белем тауына үрләйбеҙ.

Беҙҙе дәрес алдынан йылмайып ҡаршы ала, уҡыу бөткәс матурлап оҙата. Һәр дәресебеҙ күңелле, ҡыҙыҡ үтә, синыфыбыҙ бик татыу. Район, мәктәп кимәлендә үткән төрлө ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, урындар ҙа алабыҙ.

Быйыл IV синыфты тамамлайбыҙ. Нәзилә Закир ҡыҙына алдағы йылдарҙа тик яҡшы уҡыусылар килеүен теләп ҡалабыҙ. Беҙҙең кеүек татыу, берҙәм булһындар.

Ҙур рәхмәт, уҡытыусым! 

Камила ИСҠУЖИНА, IV синыф уҡыусыһы.

Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 1-се мәктәп.

 

Йылмайып ҡаршы ала
Йылмайып ҡаршы ала
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: