+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хоҙай тарафынан яҙған һиңә Уҡытыусы тигән һөнәрең...

Республика уҡытыусыларының һөнәри оҫталыҡ конкурсы тамамланды. Кемдәр иң-иңе булып танылды һуң?

Хоҙай тарафынан яҙған һиңә Уҡытыусы тигән һөнәрең...
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә Уҡытыусы тигән һөнәрең...

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023" конкурсы еңеүсеһе - Нефтекама башҡорт гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина. Йылайыр районы Йомағужа мәктәбенән Зөлфирә Таһирова, Өфө ҡалаһындағы 2-се "Смарт" күп йүнәлешле гимназияһынан Юлиә Әбүбәкирова, Өфөнөң айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнгән 114-се белем биреү үҙәгенән Яҙгөл Сирбаева, Благовещендағы 5-се мәктәптән Зифа Байморатова конкурстың лауреаттары булып танылды.

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2023” республика конкурсында 150 педагог ҡатнашты. Өфөләге 45-се мәктәп уҡытыусыһы Эмиль Сәғитов - “Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, Бүздәк районынан Зөлфиә Мансурова - “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, Баҡалы коррекцион мәктәбенән Сажиҙә Залилова - “Дистанцияла белем биреү йыл уҡытыусыһы”,  Дыуан районынан Валерий Швалев - “Йылдың йәш уҡытыусыһы” исемдәренә лайыҡ булды. 

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Өфөләге А.Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияның математика уҡытыусыһы Артём Баянов яуланы.

Гүзәл Ғайсина сентябрҙә Ҡарасәй-Черкес Республикаһында үтәсәк "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. 

Артём Баянов иһә көҙ көнө Мәскәү өлкәһендә уҙасаҡ "Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашасаҡ.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Уҡытыусыма
Хуш мәктәбем, һау бул, бала сағым!
Ҡыңғырауҙар һибә һағышын...
Мәңге хәтеремдә уй(ы)лып ҡалыр,
Уҡытыусым, йырлы тауышың.
Дан-дәрәжә көтмәй, сабыр ғына
Атҡараһың бөйөк эшеңде:
Күңел ҡояшынан нурҙар һибеп,
Үҫтерәһең илгә Кешене!
Аҡыл, ғилем биреп етәкләйһең
Уҡыусыңды тормош юлынан,
Мәктәп йылдарында күпме бала
Ялҡын алған йөрәк йылыңдан!
Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡабул итсе!
Ихтирамға лайыҡ ғүмерең!
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә
Уҡытыусы тигән һөнәрең...
                          Минира БИКӘНӘСОВА.

Фото: education.bashkortostan.

Хоҙай тарафынан яҙған һиңә Уҡытыусы тигән һөнәрең...
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә Уҡытыусы тигән һөнәрең...
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә Уҡытыусы тигән һөнәрең...
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә Уҡытыусы тигән һөнәрең...
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: