+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дәрестәрен көтөп алабыҙ

Һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ә беҙҙеке – Динә Ғәфүр ҡыҙы Мыр­ҙағәлина. Мәктәптә уның менән осрашыуҙы, дәрестәрен көтөп алабыҙ. Уҡытыу­сыбыҙҙың ҡояштай йылмайып ҡаршы алыуы күңелдәргә дәрт һәм ышаныс өҫтәй.

Дәрестәрен көтөп алабыҙ
Дәрестәрен көтөп алабыҙ

Динә Ғәфүр ҡыҙы дәрестәрен һәр саҡ ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрә. Уның һөйләгәнен йотлоғоп тыңлайбыҙ. Ҡайһы саҡта дәрестә әҙерәк шаулашып, үҙен арытып та ҡуябыҙҙыр. Әммә ул быны һиҙҙермәй. Беҙҙең менән һәр ваҡыт тыныс ҡала белә.
Талапсан да үҙе. Шуға ла һәр эште еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ. Уҡыуҙа һынатмайбыҙ, мәктәптә үткән сараларҙа әүҙемлек күрһәтәбеҙ.
Уҡытыусыбыҙ беҙҙе «Йәншишмә» менән дә дуҫлаштырҙы. Уны синыфыбыҙ менән бергәләп уҡыйбыҙ. Ныҡ оҡшай был гәзит. Унда беҙҙең ҡыҙҙарҙың мәҡәләләре баҫыл­ғаны бар. Киләсәктә «Йәншишмә»гә барыбыҙ ҙа яҙылырға уйлайбыҙ.
Динә Ғәфүр ҡыҙы, әлдә һеҙ бар әле эргәбеҙҙә! Үҙегеҙҙе ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һеҙ – беҙҙең дуҫыбыҙ, кәңәшсебеҙ, икенсе әсәйебеҙ бит! Йылы һүҙҙәрегеҙ, яғымлы ҡарашығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, ябай, ғәҙел, сабыр булғанығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

III «А» синыфы уҡыусылары.
Баймаҡ ҡалаһы, 5-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: