+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һәр беребеҙгә иғтибарлы

  Уҡытыусыбыҙ Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡованы барыбыҙға ла иғтибарлы булғаны өсөн синыфташтарым да, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә ихтирам итә.

Уҡытыусы һөнәре ауыр, яуаплы, иң изге һөнәрҙәрҙең береһе һанала. Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба алғандар ғына был эште һайлайҙыр. Минең беренсе уҡытыусым, синыф етәксем Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы –  тап шундай уҡытыусыларҙың береһе. Ул шундай  мөләйем, алсаҡ, шул уҡ ваҡытта талапсан да үҙе.

Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуған. Салауат педагогия колледжын тамамлағас, гимназияла хеҙмәт юлын башлаған. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамлаған.Тормош иптәше менән Розалина һәм Ренар исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Бына 22 йыл Талбазы башҡорт гимназияһында  башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләй. Күмәк булһаҡ та, һәр беребеҙ менән һөйләшергә ваҡыт таба, үтенестәребеҙҙе ишетә, уңыштарыбыҙҙы күрә белә.

Уның дәрестәре файҙалы, ҡыҙыҡ, күңелле үтә. Айгөл  Сыңғыҙ ҡыҙы һәр беребеҙгә,  киләсәгегеҙ матур булһын, тырышып уҡығыҙ, тип изге теләктәр теләй. Уҡытыусыбыҙ етәкселегендә  төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа, ғилми-тикшереү конференцияларында ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. 

                                                              

Һин,уҡытыусым, шундай наҙлап,

Ҡараның күҙҙәремә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

Бәләкәс йөрәгемә.

                     Мостай Кәрим.

                                                                                               

                                                                                                             

Риана ТАМИНДАРОВА, IV синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Һәр беребеҙгә иғтибарлы
Һәр беребеҙгә иғтибарлы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: