+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Исеме есеменә тап килә

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика конкурсы лауреаты, Рәсәй мәғарифының почётлы хеҙмәткәре, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Галин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары грантын ике тапҡыр алыусы, республика Башлығы гранты еңеүсеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы булған Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова-Кәримоваға һоҡланмау мөмкин түгел. Иҫ киткес күп яҡлы талант эйәһе ул.

Исеме есеменә тап килә
Исеме есеменә тап килә

Күптәр үҙен абруйлы уҡытыусы булыуҙан тыш, оҫта журналист, яҙыусы тип тә белә. Матбуғат биттәрендә исем-шәрифен йыш күрәбеҙ. Ә инде мәғариф өлкәһендәге уңыштарын һанай китһәң, ҙур исемлек булыр ине. Уҡыусыларының күбеһе остазы юлын – филология йүнәлешен һайлауы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Бының менән ғорурлана Әлнисә Рәхим­йән ҡыҙы. Туғыҙ уҡыусыһы әлеге көндә радио-телевидениела эшләп йөрөй, биш уҡыусыһы «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе» исемен алған. Ә Гөлдәниә Һағынбаева быйыл филология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған.
– Һөйөнөп эшкә барам, байрам кеүек миңә гимназиялағы һәр көнөм. Шуныһы ҡыуандыра: һәр дәресемде балалар көтөп ала. Үҙемде бәхетле һанайым, – ти ул.
Ысынлап та, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙының дәрестәре күптәргә өлгө булырлыҡ. Уларҙы төрлө алымдар ҡулланып, ҡыҙыҡлы итеп үткәрә белә. Уның асыҡ дәрестәрен Урал аръяғы, республика уҡытыу­сылары, директорҙар ҡарап, юғары баһаланы. Билдәле ғалимдар Мирас Иҙелбаев, Салауат Галин, Әхәт Илмөхәмәтовтар ҙа дәрестәренә һоҡланыу белдергән.
Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы башҡорт фольклоры буйынса диссертация яҙа. Халыҡ ижады өлгөләре тураһында фәнни-ғәмәли эштәре менән республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конференцияларҙа сығыш яһай, мәҡәләләре йыйынтыҡтарҙа баҫыла.
Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уға бөтә күңелен биреп, ихлас башҡарыу хас. «Әүлиә» фольклор түңәрәгендә халҡыбыҙҙың аҫыл йолаларын сәхнәләштерһә, «Аҡ ҡауырһын»да балаларға ижад серҙәрен өйрәтә, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ғәйәт ҙур көс һала. Уҡыусылары менән төрлө райондарҙа, ҡалаларҙа үткәрелгән олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә бихисап уңышҡа ирешәләр. Ҡазандан, Питерҙан, Мәскәүҙән еңеп ҡайтҡандары бар.
Әйткәндәй, ул – Баймаҡ районының Моҡас ауылы ҡыҙы. Хәфизә һәм Рәхим­йән Алдырхановтар ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә. Сибай интернат-гимназияһында уҡығанда Ирек Кинйәбулатовтың ижад түңәрәгенә йөрөй. Етенсе синыфта сағында «Башҡортостан пионеры» (әлеге «Йәншишмә») гәзитенең йәш хәбәрсеһе танытмаһын баш мөхәррир Сафуан Әлибаев ҡулынан ала. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгәндә баш­ҡорт йәкшәмбе мәктәбен асыуға ирешә, «Юлдаш» башҡорт ойошмаһы төҙөй, иң рухлы балаға үҙ премияһын булдыра. Һуңынан Сибайға ҡайтҡас, ҡалала Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге шиғриәт байрамы үткәреп килә.
Уның һүҙҙәренә йөҙгә яҡын йыр яҙыл­ған һәм бик күп йырҙары менән балалар «Сулпылар» телевизион конкурсында приз­лы урындар яулай. Әлнисә Алдырханова-Кәримова – ун биш китап авторы. «Салауат батыр – ил күрке», «Өләсәйем һандығы» тигәндәрен һәр уҡытыусы кинәнеп файҙалана. Әллә күпме тарихты туплап, туған интернат-гимназияһына арналған өс китабы ла сыҡты.
Ғаиләһенән дә уңды. Тормош иптәше Марат Рәшит улы Кәримов һәр башлан­ғысында уң ҡанаты, таянысы булһа, Дим биҫтәһендә йәшәүсе Наҙлыгөл ҡыҙы, ейәнсәре Әҙилә һәм Когалымдағы Айназ улы, килене Гөлназ, ейәне Данил ышаныслы терәге бит.
Исеме есеменә тап килеп тора Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримованың. Ҡөрьәндә һәр сүрә «Әл» һүҙенән башлана, ә «ниса» – ҡатындар сүрәһе. Кәрим – Ҡөрьән, Рәхимле йән, йәғни Әлнисә – Аллаһы Тәғәләнең яратҡан уңышлы, рәхимле балаһы ул.
Ошо көндәрҙә Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы күркәм юбилейын – 60 йәшен ҡаршылай. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балаларының, ейән-ейәнсәренең, уҡыусыларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтендә ҡыуанып ҡына йәшәргә яҙыуын теләйбеҙ. Ижади ҡомарың һүрелмәһен, гел шулай яҡындарыңды, халҡыңды уңыштарың, ҡаҙаныштарың менән һөйөндөрөп кенә йәшә.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: