+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ауыр ҙа, яуаплы ла

Һәр кем үҙенең беренсе уҡытыусыһын, беренсе китабын, беренсе шиғырын яҡшы хәтерләйҙер. Ҡулдан тотоп яҙырға өйрәткән, үҫә төшкәс, маҡсаттарымдың елкәне булды яратҡан остазым!

Уҡытыусы хеҙмәте ауыр ҙа, яуаплы ла, ҡыҙыҡлы ла. Был һөнәрҙе һайлау – тынғыһыҙлыҡ, эҙләнеү юлын үҙ итеү, үҙеңә иҫ киткес талапсан булыу тигән һүҙ. Мәктәптә балалар күп, һәр ҡайһыһының характерҙары төрлө-төрлө. Береһе – шаян, икенсеһе – йомоҡ, ә өсөнсөһө тыңлауһыҙ ҙа булыуы бар. Һәр береһенең күңеленә юл таба белергә кәрәк. Ысын уҡытыусы үҙенең яратҡан эшенә ваҡытын да, сәләмәтлеген дә йәлләмәй. Сабыр һәм хыялый кешеләр шул улар! Бөтәһе лә улай була алмай. Шуғамы икән, хәҙерге йәштәштәрем араһында уҡытыусы йәки тәрбиәсе булырға теләүселәр бик һирәк.
Уҡытыусы һәр кемде кеше итергә тырыша. Был һөнәрҙең бөйөклөгөн аңлайым, мин дә киләсәктә уҡытыусы булырға хыялланам.


Зәлиә РИЗВАНОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Благовар районы, Шырлыҡ мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: