+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Остаз иҫтәлегенә

Мәктәбебеҙҙә халыҡ мәғарифы алдынғыһы, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Октябрьский ҡалаһының маҡтаулы гражданины, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, остаз Хәлиҙә Хәнипова иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Остаз иҫтәлегенә
Остаз иҫтәлегенә

Ул 1927 йылдың 18 июлендә Туймазы районы Ғәфүр (Ҡарамалы Вәлит) ауылында тыуған. Үрге Бишенде урта мәктәбендә уҡып, Бәләбәй педучилищеһын тамамлағандан һуң Иҫ­ке Туймазы ауылына эшкә килә. Был ваҡытта йәш уҡытыусыға ни бары 17 йәш тулған. Ил өҫтөндә һу­ғыш барғанда тылдағы һәр уҡытыусы мобилизацияла тип иҫәпләнгән. Иҫ­ке Туймазы мәктәбе ул ваҡытта ете йыллыҡ ҡына булған. Коллективта 17 – 22 йәштәрҙәге 9 ҡыҙ эшләй, директор итеп һуғыштан яраланып ҡайтҡан 23 йәшлек Бакир Ҡасим улы Минһажев ҡуйыла. Бөгөнгө йәштәр ул күренеште күҙ алдына ла килтерә алмай. Дәреслектәр булмау сәбәпле, өйрәнәһе материалды таҡтаға яҙып, шунан уҡып аңлатҡандар. Дәфтәр булмау арҡаһында иҫке гәзиттәрҙе файҙаланғандар, яҙыу ҡара­һын ҡоромдан, ағас ҡайырынан яһа­ғандар. Аҡбурҙы бәләкәй арбалар, кәйлә, көрәктәр менән алебастр ят­ҡылығына барып (Октябрьский ҡалаһына илткән юл буйындағы тауға), ҡатламдан үҙҙәре соҡоп сығарып, яндырып, мунсала киптереп әҙерләгәндәр. Колхоз эштәрендә уҡыу­сылар менән эшләү, агитаторҙар булараҡ, фронттағы хәлдәрҙе һөйләү, һалҡын клубта уйындар үткәреү, фронтҡа посылка әҙерләү – бөтәһе уҡытыусылар яуаплылығында бул­ған. Әммә иң элек үҙ вазифаларын – яҡшы уҡытыу, белем биреү буры­сын теүәл үтәгәндәр.
Хәлиҙә Заһит ҡыҙы 40 йыл мәктәптә башланғыс синыфтарҙы уҡыта. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаиләһе менән Октябрьскийға күсеп йәшәйҙәр. Ул тормош иптәше Тәлғәт менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Оло ҡыҙҙары атаһы юлын һайлаған – нефтсе, уртансы һәм кесе ҡыҙҙары – әсәләре кеүек педагог. Ейәнсәрҙәре араһын­да ла уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар бар. Нәҫелдәрендә уҡытыусылар династияһының дөйөм хеҙмәт стажы йөҙ илле йылдан артҡан!
Хаҡлы ялға сығып, бөтә иҫтәлектәрен туплап, Хәлиҙә Хәнипова 6 ки­тап сығара. Йыл һайын август айында мәктәптә уҡытыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. 93 йәшендә лә ул мәктәптең абруйлы ҡунағы һәм кәңәшсеһе булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәли­ҙә Заһит ҡыҙы 94 йәшендә арабыҙҙан китте.
Остаздың: «Тырышып уҡырға, эшләргә, белем тупларға, тормошта кәрәкле кеше булырға – һәр кемдең изге бурысы!» – тигән һүҙҙәре беҙгә һәр саҡ девиз булып яңғыраһын.

 

Альбина ӘХМӘТОВА,
IX синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы,
Иҫке Туймазы белем биреү үҙәге.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: