+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уңыштар теләйем

Мәктәбемде ныҡ яратам. Ул матур, яңы, таҙа, ике ҡатлы бинала ашхана, спорт залы, китапхана, компьютер синыфы ла бар. Тирә-яғында сәскәләр үҫә. Баҡсабыҙ көҙөн мул уңыш бирә.

Ер йөҙөндә мәктәптәр бик күп, белем биреүселәр ҙә хисапһыҙ. Ә шулар араһында иң-иңдәре тик беҙҙә генәлер.
Бала саҡта һәр кемдең тормошона килеп инеп, оҙаҡ йылдар буйына уның менән бергә булып, кәрәк саҡта ярҙам итеп, белемгә илткән кеше кем ул? Әлбиттә, уҡытыусы! Минең беренсе уҡытыусым Альбина Рәзим ҡыҙы Хәйеретдинова булды. Ул сабыр ҙа, талапсан да ине. Әлеге көндә лә яратҡан уҡытыусым арымай-талмай балаларға белем тарата.
Ә бишенсе синыфтан алып беҙҙе Илүзә Зәйнулла ҡыҙы Вәлиуллина етәкләп килә. Ул – минең әсәйем. Мәктәбебеҙҙә хәҙер ун ете йыл баш­ҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Һөнәрен ярата, изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше үҙе. Әсәйемдең уҡыусылары район, республика күләмендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарҙы яулап тора.
Яратҡан уҡытыусыларыма иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрендә уңыштар теләйем.


Илгиз ВӘЛИУЛЛИН,
VI синыф уҡыусыһы.

Благовар районы, Шырлыҡ мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: