+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дәрестәрен көтөп алабыҙ

Уҡытыусы... Тәрән мәғәнәгә эйә был һүҙ. Ул – белем биреүсе, шәхес үҫтереүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе.

Дәрестәрен көтөп алабыҙ
Дәрестәрен көтөп алабыҙ

Мәктәп осоронда беҙгә төрлө уҡытыусылар белем бирә. Бөгөнгө һүҙем яратҡан синыф етәксебеҙ Сиренә Фәһим ҡыҙы Ғәббәсова тураһында булыр.
Ул беҙҙең Өйәҙетамаҡ мәктәбендә 36 йылдан ашыу инглиз һәм француз телдәренән белем бирә. Дәрестәре шул тиклем матур һәм йөкмәткеле үтә. Компьютер, интерактив таҡта – замана технологияһын иркен ҡулланабыҙ. Инглиз телендә ши­ғырҙар ятлайбыҙ, йырҙар өйрәнәбеҙ, олимпиадаларҙа һәм төрлө конкурстарҙа гел ҡатнашып торабыҙ.
Остазым үҙ эшенә бик ижади һәм етди ҡарай. Беҙҙән дә шуны талап итә.
Сиренә Фәһим ҡыҙының дәрестәрен көтөп алабыҙ. Сөнки ул инглиз теле аша тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиә­ләй.

Тимур МӨХӘМӘҘИЕВ,
IХ cиныф уҡыусыһы.
Туймазы районы,
Өйәҙетамаҡ мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: