+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!

 Өфөләге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында баш ҡала буйынса «Педагог-оҫта» һәм «Педагог-тикшеренеүсе» һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды.

Ҡотлайбыҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!

Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова ла бар. Ул «Педагог-оҫта» тигән Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Фәнгизә Рафаил ҡыҙы, гел шулай әүҙем, тырыш һәм алдынғы булығыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: