+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Бәхетте кеше үҙе ҡоя", - ти уҡытыусым.

- Сирен Робесовна, минең һеҙгә һорауым бар.- Эйе, Зөлхизә, тыңлайым.- Минең телем бөтә, тип әйтәләрсе көн һайын.

"Бәхетте кеше үҙе ҡоя", - ти уҡытыусым.
"Бәхетте кеше үҙе ҡоя", - ти уҡытыусым.

- Юҡ, Зөлхизә, буш хәбәр ул. Наилә Хәмбәлиева шиғырында әйтелгәнсә, яман кеше хәбәре. Тел бәхете күрмәгәндең үҙ-үҙенә йәбере.
Ошондай һорау менән мөрәжәғәт иттем уҡытыусым Сирен Робес ҡыҙы Иҙрисоваға. Сөнки, ул туған телем - башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй, уның нескәлектәренә өйрәтә.
Беләһегеҙме, минең өсөн уҡытыусы – УҠЫУ сығанағы. Уның ярҙамы менән белем тауына үрмәләйбеҙ.
Ул — ҠЕҮӘТ-көс биреүсе. Уҡытыусым ҡеүәтләп көс бирмәһә, тел бәйгеһе конкурстарында уңыштарға ирешмәгән булыр инем, шуға күрә ул  - ЫШАНЫС тыуҙырыусы. Ул - үҙ эшенең оҫтаһы, энергиялы, тырыш, талапсан мөғәллим. Уҡытыусым биргән төплө белем киләсәккә ышаныс менән ҡарарға ярҙам итер, тип ышанам.
ТУҒАНЛЫҠ төшөнсәһен һеңдереүсе лә уҡытыусым. Тыуған ил, ауыл, йорт, тупраҡ, туған тел, халыҡ, шәхес кеүек бөйөк һүҙҙәрҙең мәғәнәһен,туғандар татыулығын да лә йөрәккә һала һәм матур итеп аңлата.
Беләһегеҙме, уҡытыусым - ЫРЫҪ-бәхетте аңлатыусы. «Ынтылған хыялың тормошҡа ашһа, шул бәхет. Бәхетте кеше үҙе ҡоя”, - ти ул. Тимәк беҙгә күп көс түгергә, юғары хыялдарға ынтылырға кәрәк. “Башҡорт балалары баҙнатһыҙ булып үҫергә тейеш түгел”, - ти әсәйем һәм үҙенең үрнәге менән ул ҡурҡмай ҙур пландар ҡорорға һәм шуларҙы ҡыйыу тормошҡа ашырырға өйрәтә. Тимәк,әсәйем һәм уҡытыусым мине рухлы итеп тәрбиәләй һәм белем бирә.
Уҡытыусы эше — УҢЫШ башланышы. Мәктәбемдә һәм район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып көсөмдө һынайым. Еңеүҙәрем атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма булған рәхмәтем ул. Сәмләнеп ҡатнашҡан бәйге һөҙөмтәләрем мине тағы ла олораҡ уңыштарға әйҙәй .
Ышанаһығыҙмы, уҡытыусым — САБЫРЛЫҠ өлгөһө. Башҡарған эштәребеҙ уңышлы килеп сыҡмаһа,тыныс ҡына аңлатып беҙҙе тырышырға, уйланырға,ашыҡмаҫҡа әйҙәй.
Бәхетлемен, уҡытыусым - ЫНТЫЛЫШ юлын күрһәтеүсе.Үҙенең белгәнен тулыһынса беҙгә, уҡыусыларына бирергә ынтыла. Ул беҙҙе башҡорт телен яратырға өйрәтә.
Бына ошондай
Уҡыу,
Ҡеүәт,
Ышаныс,
Туғанлыҡ,
Ырыҫ,
Уңыш,
Сабырлыҡ,
Ынтылыш кеүек оло төшәнсәләрҙе туплайым мин башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә.
Башҡорт балаһы булыуым, башҡортса иркен аралаша алыуым менән ғорурланам. Беҙҙе шундай рухлы, аҡыллы, намыҫлы итеп тәрбиәләгән уҡытыусым Сирен Робес ҡыҙына рәхмәтлемен. Уға йөрәгемдән сыҡҡан иң изге теләктәремде юллайым.
Һинең биргән белемдәрең менән
Алға барам, шатлыҡ өләшәм.
Уҡытыусым күрһен, ҡыуанһын тип
Янып йәшәйем мин, көрәшәм!
 
Зөлхизә ЙОСОПОВА,
III синыф уҡыусыһы.
Белорет районы,
2-се Һанлы Инйәрҙәге 2-се мәктәп.
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: