+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт, остазым!

Уҡытыусым, Белорет районы Асы ауылы ҡыҙы Шәүрә Ғарипова тураһында яҙырға теләйем. Ул Рәсимә Хөснулла ҡыҙы менән Исрафил Фазлетдин улының берҙәм, татыу 5 балалы ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән.

Рәхмәт, остазым!
Рәхмәт, остазым!

Мәктәптән һуң имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, хеҙмәт юлын Асы мәктәбендә пионервожатый булып башлай. Шәүрә Исрафил ҡыҙы – 30 йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә бағышлаған тәжрибәле, абруйлы, алдынғы башланғыс синыф уҡытыусыһы. Уның тырыш хеҙмәте юғары исем, Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетының башланғыс синыфтар факультетын уңышлы тамамлаған. Ошо ваҡыт эсендә үҙен тәжрибәле уҡытыусы итеп танытты.
Тынғыһыҙ, маҡсатлы, тырыш булғаны өсөн дуҫ-туғандар, коллегалары, ауылдаштары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған шәхес ул. Бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай, Асы мәктәбендә тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары һәм оҫта ойоштороусы, моңло йырсы ла үҙе. Синыфтан тыш эштәр ойоштороуға көсөн һәм ваҡытын йәлләмәй. Ул фольклор төркөмө менән күп яҡлы эш алып бара. Мәктәптә һуңғы ваҡытта Шәүрә Исрафил ҡыҙының тәҡдиме буйынса уҡыу­сылар менән халыҡ йолаларын өйрәнеүгә иғтибар көсәйҙе. Беҙҙе йырлат­һынмы, үҙе йырлап ебәрһенме. Шундай алымдар менән уҡыусыларын оло тормошҡа рухи тәрбиә биреп оҙата ул. Дә­рестәрен тыуған яҡ, уның үткәне, та­рихи шәхестәре менән бәйләп алып барып, беҙҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй. Төрлө милләт кешеләре ара­һында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә, үҙемдең асылымды аңларға ярҙам итә.
Беҙҙең Белорет районы – арҙаҡлы шәхестәргә бай төбәк. Уҡытыусыбыҙ ойошторған яҙыусылар менән осрашыуҙар бик күңелле үтте, Айгиз Баймөхәмәтов та килде мәктәбебеҙгә.
Ышанығыҙ беҙгә, уҡытыусыбыҙ, йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәбеҙ, өмөтөгөҙҙө аҡларбыҙ. Тормош юлында ғәҙеллекте девиз итеп алған Шәүрә Исрафил ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, яҡындарын, ауылдаштарын һөйөндөрөп, уҡыусыларына төплө белем биреп оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүен теләйем.
Бик бәхетлемен шундай остазым бул­ғанға, уның дәрестәрендә тормош һабаҡтарын алғаныма.

­
Салауат БАЙЙЕГЕТОВ,
V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы,
Инйәрҙәге 2-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: