+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусы булып тыуған ул!

Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле ошо бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Шәм һәр саҡ яҡтылыҡ биреп торһон өсөн мотлаҡ талаптарҙың бер нисәүһе – үҙ өҫтөңдә эшләү, өҙлөкһөҙ белем эстәү, замандан алда атлау, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыу.

Уҡытыусы булып тыуған ул!
Уҡытыусы булып тыуған ул!

Беҙҙең мәктәптең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Салауат ҡыҙы Хәлитова тап ошондай сифаттарҙы күңеленә һеңдергән. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә бит ул. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар ҙа үҙ итә, дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
Ысынлап та, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн Ал­һыу Салауат ҡыҙы көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Юғары кимәлдә үткәрелгән дәрестәр, синыфтан тыш саралар, йә­мәғәт эштәре, төрлө кимәлдә ойошторолған конкурстарҙа еңеүҙәргә өлгәшеү менән бер рәттән, Алһыу Салауат ҡыҙы оҫта итеп ҡәләм дә тибрәтә. Мәктәп йылдарынан уҡ шиғыр­ҙар яҙа, аҙаҡ проза жанрына ныҡлап тотона. Хикәйәләре район һәм республика баҫмаларында донъя күрә. «Ҡырмыҫҡа иләүе» тип аталған китап авторы. Алһыу Хәлитова башланғысы менән 2019 йылда Күгәрсен районының «Оло эйек буйында» әҙәби берекмәһе ойошторола. Бөгөн унда башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә яҙышҡан ҡәләм оҫталары тупланған. Талантлы уҡытыусының «Иләү» пове­сы буйынса фильм да төшөрөлдө. Районыбыҙҙың «Өс таған» халыҡ киностудияһы исеменән сығарылған, Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған был фильм төрлө быуын тамашасылары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Йәш быуында белем алыуға ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған уҡытыусы яңынан-яңы методик алымдар ҡуллана, заманса технологияларҙы яҡшы белә. Ул уҡыусылар менән бер телдә һөйләшә алырға, уларҙың ҡы­ҙыҡһыныуын тойомларға, һиҙергә тейеш. Тап шул ваҡытта ғына балалар дәрескә ҙур теләк менән киләсәк һәм уҡытыусыны хөрмәт итәсәк, – тип иҫәпләй Алһыу Салауат ҡыҙы.
Тормошсан әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙың, халыҡтың күңелен яулаған изге күңелле, юғары мәҙәниәтле, әхлаҡлы, талантлы коллегабыҙға артабан да уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
Гәзит уҡыусыларға уның «Батыр улан» хикәйәһен тәҡдим итәм.


Гөлкәй АЛЛАБИРҘИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Күгәрсен районы, Мораҡтағы 1-се мәктәп.

 

Батыр улан

– Бөгөн ел, улым. Шуға яулыҡ ябынып алдым. Кистәрен дә һалҡын хәҙер. Нишләйһең инде: йәй – көҙ, көҙ ҡыш менән алышына. Ваҡыт әҙәмдәргә ҡарата аяу­һыҙ шул. Кисә генә урам буйында ялан аяҡ йүгергән бала-саға инек, бөгөн, ана, ейәндәр машиналарҙа елдерә. Йөҙҙәргә һыр ятҡан, сәстәр ҡыш төҫөнә буялған шул инде. Хәтерләйһеңме, ПТУ-ла уҡыған сағыңда «химка» сәстәр модала ине? Бөп-бөҙрә баш менән ҡайтып төшкәс, аһ иткәйнем. Бөҙрәләреңде ҡырҡтыра алмай хәлем бөткәйне. Әрмегә барғас, һорап та торманылар, ҡырып та ҡуйҙылар. Эй-й-й, Аллам, ҡартайып кителде шул. Күп нәмә онотола. Ҡайһы бер мәлдәр генә уйламағанда ҡылт итеп иҫкә килеп төшә лә, эй, тотона йәнде әрнетергә. Әрмелә йөрөп ҡайт­ҡаныңды беләм, ә ҡайҙа хеҙмәт иткәнеңде бөтөнләй хәтерләмәйем. Уҡыусылар һинең турала һорау бирһә, яҡшылап яуап та бирә алмайым. Һин улар өсөн батыр булһаң да, минең һин улымһың. Эй-й-й, батыр тигән исемең миңә нимәгә инде! Улым ғына булып ҡалған булһаңсы! Эргәмдә генә тере килеш йәшәр инең. Ҡойма артында ятмаҫ инең...
Шул һүҙҙәрҙән һуң әбей йәшле күҙҙәрен яулығының осо менән ҡапланы. Йо­ҡаҡ кәүҙәһе дерелдәне, аяҡтарының быуыны тотмай, ҡәбергә тубыҡланып баҫты. Күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
– Хәлең нисек, инәй? Әйҙәгеҙ торорға ярҙам итәм. Бына бында, эскәмйәгә ултырығыҙ, – ҡыҙ тубыҡтарында хәлһеҙ ҡатып ҡалған инәйгә ярҙам итте. Эскәм­йәгә ултырғас, үҙе лә янынан урын алды. – Һөйләгеҙ, инәй, еңел булып ҡалыр. Их, үҙем менән һыу алмағанмын.
– Минең һыуым бар ул, ҡыҙым. Сумкамда бәлештәрем дә ята. Бешереп, улыма алып килдем. Ҡурҡма, иҫәр түгел­мен. Улымдың кире ҡайтмаҫын аңлайым, әммә йылдар үтһә лә, бер ҙә хәлем еңеләймәй. Бына шулай килеп, туйғансы һөйләшеп, илап алам да артабан йәшә­гән булам, – инәй сумкаһынан бәлештәр сығарҙы. – Һин кем ҡыҙы булаһың? Зыяратта яңғыҙың ни эшләп йөрөйһөң?
– Мин Акимов Пётр менән Марияның ҡыҙы булам. Беләһегеҙме уларҙы? Әсәйем менән йыл һайын килеп ҡәбер ҡоймаһын буятып, сәскә ултыртып ҡайтабыҙ. Әле әсәйем дауаханала ята, шуға бер үҙем килдем.
– Беләм уларҙы. Өләсәйең менән фер­мала бергә эшләнек бит.
– Һеҙ ҙә улығыҙға йыш киләһегеҙҙер, ҡәбер ҡараулы, шау сәскәлә ултыра.
– Миңә мәктәп ярҙам итә. Директор үҙе: «Батыр ҡәбере өсөн беҙ яуаплы!» – тине. Шулай «Батыр» тип ололап йөрө­тәләр улымды. Ҡайһы берҙә, яңғыҙым ҡалғаным иҫемә килеп төшһә, эй, йәнем көйә. Кемгә, нимәгә – үҙем аңламайым. Мин бит уны батыр булһын, тип тыу­ҙыр­маным. Өс ҡыҙымдан һуң ике баламды юғалттым. Шу­ға ла улымдың донъяға килеүе минең өсөн оло шатлыҡ булды. Бер кәмселек­һеҙ бала булды ул. Гел ярҙам итте, мәктәптән бер насар һүҙ ишетмәнем, гармунда һыҙҙырып уйнаны. Ә ниндәй һылыу ине үҙе! Апайҙары бәләкәй сағында ҡыҙ кеүек итеп кейендереп ҡуйырҙар ҙа, эй, кинәнеп көлөр­ҙәр ине. Күрәһең, бәхет оҙон ғүмерле булмай. Үҫте лә китте Колям. Әрменән ҡайтты ла кәләш ал­ды. Килен күрше ауылдыҡы. Эй, күҙҙе айырғыһыҙ матур­ҙар ине! Колхоз улымды тракторға ултыртты, өй төҙөргә ауыл осонан ер бир­ҙе. Тәүге ике йылда минең менән йәшәнеләр. Өй ҙур, барыбыҙ ҙа һыя инек тә бит, йәштәрҙең үҙ ояларын ҡорғоһо килә шул – күсенеп сыҡтылар. Ейәнем тыуҙы. Улым ҡыуаныстан атлап түгел, осоп йөрөнө. Нимәгә тотонһа ла, ҡулынан осҡондар сәсрәп тора ине. Бө­тә нәмәне үҙ ҡулдары менән эшләне. Сә­сеү булһынмы, урыумы, гел беренсе­лек­тә йөрөнө. Ауылдаштар минән: «Һин үҙе­ңә түгел, ә колхозға ул тапҡанһың бит», – тип шаяртырҙар ине. Колхозға улан түгел, батыр тыуҙырғанмын булды инде. Бә­хеттәре генә ҡыҫҡа ғүмерле булды шул...
– Илама, инәй. Олатайым гел, мин үл­гәндән һуң күҙ йәше түкмәгеҙ, ти тор­ғайны. Сөнки күктәгеләргә беҙҙең күҙ йәшен күреү ауыр. Мине йәлләмәгеҙ, ми­ңә бәйле яҡшы хәтирәләрҙе генә иҫкә алығыҙ, ти ине тағы. Улығыҙҙы, Николай­ҙы, үҙегеҙ әйтәһегеҙ, бөтәһе лә батыр тип йөрөтә! Ә һеҙ уны бахыр итеп күр­һәтергә тырышҡан кеүек. Ғорурланығыҙ! Һеҙ – батыр улдың әсәһе!
– Ҡайһылай ҡыйыу һин, ҡыҙым. Күҙгә ҡарап әйтергә ҡурҡманың. Йәш кенә бул­һаң да, көслөһөң. Минең улым да шундай булды...
Ҡыш башы ине. Ауыл осондағы быуа­ны боҙ ҡапланы. Кемдеңдер ҡаҙҙары ғә­ҙәт буйынса шунда килгән. Уларҙы алып ҡайтырға тырышҡан ике бала, боҙ ярылып, һыуға төшөп китә. Боҙ ҡатҡан, тип уйлағандарҙыр инде. Коля килен менән урамда йөрөгән була, балаларҙың ҡот осҡос тауыштарын ишетеп, быуаға йүгерәләр. Улым балаларҙы һыуҙан тартып сығара ла бит, тик үҙе боҙ аҫтына китә шул. Килен килеп еткәндә быуа ярында кейем итәгенә боҙбармаҡтар ҡатҡан ҡыҙ менән малай ғына ҡосаҡлашып илап торған була. Шул көндө ейәнем – атай­һыҙ, мин улһыҙ ҡалдым.
– Йән өшөткөс тарих, инәй. Һуңлап бул­һа ла ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Мәктәптә ни эшләп улығыҙҙы батыр тип атауҙары аңлашыла хәҙер. Бына мин нимә тура­һында уйланым: ул ваҡытта һеҙ улығыҙ­ҙы юғалтҡанһығыҙ, эйе, улдар үлеүе мөмкин, әммә батырҙар һәр саҡ тере. Улар беҙҙең хәтерҙә йәшәй. Улығыҙ, ысынлап та, уҡыусылар өсөн – өлгө. Ауыл­даштарығыҙҙың хәтерендә ғүмерлеккә батыр булып ҡалған. Мин дә һеҙҙең улы­ғыҙҙы батыр тип һанайым. Барыһы ла боҙло һыуға ташланырға йөрьәт итмәй бит ул. Кеше яҙмышы тураһында һүҙ бар­һа ла. Улығыҙ ысын атай кеүек эш иткән: бәләгә тарыған балаларҙы ҡотҡарған. Аллаһы Тәғәлә уға сит балалар артынан боҙло һыуға керергә көс биргән. Һеҙ оло йөрәкле ул үҫтергәнһегеҙ.
– Бына, ҡыҙым, Колям тураһында ғорурланып һөйләп ултырам, ә үҙемә барыһы ла хөрмәтләп иҫкә алған икенсе кеше тураһында бәйән иткән кеүекмен. Рәхмәт һиңә! Һине Аллаһы Тәғәлә бөгөн зыяратҡа үҙе алып килгәндер, тимәк, беҙ­гә ошонда күрешергә яҙған. Күңелгә рә­хәт булып ҡалды.
– Улығыҙ ҡотҡарған балалар ҡайҙа хәҙер?
– Настя менән Захар уҡып бөттө инде. Захар әрмелә хеҙмәт итә. Әсәһенә, ҡот­ҡарыусы буласаҡмын, тип яҙа икән хатын­да. Настя ҡалала шәфҡәт туташына уҡып йөрөй. Мәктәптә уҡыған саҡтарында йыш ҡына инеп сыға торғайнылар. Мин улар­ға Колямдың бала сағы хаҡында һөйләйем, ә үҙем шул ике баланың күҙендә улымды күргәндәй була инем.
– Бына, күрәһегеҙме, улығыҙҙы һеҙ генә түгел, тағы ике кеше ғүмерҙә лә онотмаясаҡ. Ошо батыр тураһында иҫтәлек түгелме ни?!
Ҡыҙ менән инәй оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы. Ел, уларҙың талғын тауышын сит­кә алып китеп, батыр улан ятҡан ергә йылы юрған итеп япты...

Уҡытыусы булып тыуған ул!
Уҡытыусы булып тыуған ул!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: