+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Донъяла ярылып ятҡан эҙең ҡалды...

Беренсе уҡытыусы... Рәйсә Ураҙбай ҡыҙы Баййегетова гимназиябыҙҙағы һәр уҡыусы уңышлы һәм бәхетле булһын өсөн күп көс, хеҙмәт, тырышлыҡ һалды.

Донъяла ярылып ятҡан эҙең ҡалды...
Донъяла ярылып ятҡан эҙең ҡалды...

Беҙҙе айырып ҡара­маны, яҡшыға һәм насарға бүлмәне ул. Һәр дәресе ҡыҙыҡлы, үҙенсә бер асыш булып то­ра ине. Бөтәһенә лә өлгөр булды уҡытыусым. Ҡулыбыҙҙан тотоп, ҡәләм ярҙамында беренсе һыҙыҡтар, тәүге һандар, хәрефтәр яҙҙыртыуы әле лә күҙ алдында тора. Ул беҙҙе дөрөҫ йәшәр­гә, изге күңелле һәм аҡыллы булырға өйрәтте, һәр беребеҙҙең ысын кешеләр булып үҫеүе ту­раһында хыялланды. Беҙҙең синыфтың әле лә дуҫ йәшәүендә уның өлөшө ҙур.
Миңә бына шундай уҡытыусыла уҡыу бәхете эләкте, шуға яҙмышыма мең-мең рәхмәт­лемен. Рәйсә Ураҙбай ҡыҙының һүҙҙәре хәтерҙә: «Юғалып ҡалма, бирешмә, гел үҙ маҡсатыңа иреш». Хәҙер ҙә уҡытыусымдың һүҙҙәре миңә көс өҫтәп, иңемә ҡанаттар үҫтерә.
Артабан да йылы һүҙҙәрен ишетер инек. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡытыусыбыҙ был донъяла юҡ инде.
Яҙмамды шиғыр юлдары менән тамамлағым килә. Ул беренсе уҡытыусыбыҙ Рәйсә Ураҙбай ҡыҙына бөтәбеҙ исеменән рәхмәт һүҙҙәре булып яңғыраһын.
Үҙе шундай һөйкөмлө,
Нәҡ әсәйем шикелле,
Шат йөҙлө уҡытыусым.
Күңелемә иң яҡын
Кеше ул минең өсөн...
Февраль айында тәүге уҡытыусыма арнап хәтер кисәһе үткәрергә йыйынам.

Әминә ТЕЛӘҮҒОЛОВА,
VI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: