+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күңел моңдары

Ғафури районының Сәйетбаба ауылы китапханаһында «Доға ҡөҙрәте» исемле йыйынтыҡтың исем туйында ҡатнашырға тура килде. Китаптың авторы «Башҡортостан пионеры» (әлеге «Йәншишмә») гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе Минира Үтәгәнова ине.

Күңел моңдары
Күңел моңдары

Хәҙер уның фамилияһы – Бикәнәсова. Бынан ярты быуаттан ашыу самаһы элек мин әүҙем йәш хәбәрселәрҙе Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»ка алып барғайным. Шулар араһында баҫалҡы холоҡло, тыйнаҡ ҡына ҡыҙ Минира ла бар ине. Хәҙер инде ул үҙе балалар уҡыта. Баш­ҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, химия, биология йүнәлешендәге белгес булып сыға. Оҙаҡ йылдар Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Әле Степановкала эшләй. Бөйөк шағир Рәшит Назаровтың тыуған ауылында йәшәү уның бала саҡта йөрәгендә тоҡанған ижад осҡонон дөрләтеп ебәрә. Өс бала әсәһе булыу менән бергә шиғырҙар, хикәйәләр яҙыуын да ташламай. Тик уларҙы китап итеп сығарырға ғына ашыҡмай. «Бәйләнештә» социаль селтәренә һалып, уҡыусыларҙың ыңғай һүҙҙәрен, маҡтауҙарын белгәс кенә үҙнәшер ысулы менән «Күңел моңо» тигән шиғырҙар, «Доға ҡөҙрәте» исемле хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Унда шулай әсе телле, шаян юморескалары ла тупланған.
Ғәҙәттә, үҙнәшер менән баҫыл­ған китаптарға бер аҙ һағайыбыраҡ ҡарай торғандар. Мин дә был ике йыйынтыҡты ла ҡулыма алып уҡый башланым да әлеге ҡалыпҡа һалынған тойғоноң ипләп кенә сигенә барғанын тойҙом һәм һәр уҡыған шиғыр, хикәйәнән һуң һоҡланыуым арта ғына барҙы. Был йыйынтыҡтарҙы дәүләт нәшриәтендә баҫтырып сығарғанда ла үҙ уҡыусыһын табыр һәм китап нәшриәтендә лайыҡлы урындарын алыр ине, тип уйланым. Әлеге лә баяғы артыҡ баҫалҡылығы арҡаһында ҡыйыулығы етмәгәндер инде.
Һәр хәлдә, ауылдаштары янына ижади отчёты менән килеүе, яҡташтарының уны йылы ҡабул итеүе, матур осрашыу үткәреүе быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылының хәтерҙә ҡалырлыҡ бер сараһына әйләнде. Мин дә элекке йәш хәбәрсебеҙҙең бөгөнгө уңыштарына ҡыуанып, хәҙерге «Йәншишмә» уҡыусыларына Минира Үтәгәнова-Бикәнәсованың ижад өлгөләрен ҙур ҡыуаныс менән тәҡдим итәм. Күңел моңдары артабан да йырлап торһон.

З. МӘҺӘҘИЕВА.

 

Башҡорт
Башҡорт булған өсөн ғорурмын мин,
Ана, күрсе, Урал тауҙары...
Илен-ерен һаҡлап ғорур торҙо
Килгәндә лә дошман яуҙары.
Башҡорт булған өсөн моңломон да,
Тыңла әле ҡурай тауышын –
Ҡайһы ерҙә ябай ғына үлән
Моңға һалған халҡы һағышын?
Башҡорт булған өсөн зарлымындыр –
Үҙ илендә тапмай баһаны,
Әрһеҙ булыу ят шул башҡортома,
Ергә эйеп булмай ҡаяны!
Башҡорт булған өсөн йомарт та мин,
Табынымда – бөтә булғаны:
Ҡымыҙ, бауырһағын ауыҙ ит тә
Тәмлә бишбармағын, буҙаны...
Динле, мәғрифәтле минең халҡым,
Изге һаны иткән етене.
Аҡмуллаһы ғилем нуры сәсһә,
Таң ҡалдырған Ҡаһым Гётены...
Үткән юлы данлы башҡортомдоң,
Киләсәге булырмы яҡты?
Үҙ илендә нужа күреп түгел,
Хужа булып йәшәргә хаҡлы!


Тыуған ер
Тыуған ерем – Башҡортостан!
Бармы һиңә етерлек?
Тау-урманың, йылғаларың
Күрһәң – иҫең китерлек!
Уралтауҙа ята икән
Хазина – алтын-көмөш,
Йомартлығың икһеҙ-сикһеҙ:
Сыҡты һәр кемгә өлөш...
Байлығыңа ҡул һуҙырға –
Тапап башҡорттоң ерен,
Нисә дәүләт ашҡыналыр
Еңмәй ҡомһоҙлоҡ сирен!
Изге шихан тауҙарының
Һурырға елек майын
Тырыштылар, әммә халыҡ
Ҡыуҙы ҡомһоҙон, байын.
...Аманатҡа хыянат итеү –
Илен һатыу менән бер!
Мәңге йәшә, быуындарға
Мираҫ булып ҡалған ер!


Алъяпҡыс
Әсәйемә ярҙам итәм,
Үҙемде ҙур тоямын!
Он иләгәс, ҡамыр баҫып,
Туҡмас киҫеп ҡуямын.
Бәлештәрен дә яһайым,
Атайым маҡтай мине:
«Һинең кеүек уңған ҡыҙҙар
Был донъяла юҡ», – тине.
Шундай ярҙамсыһы булғас,
Әсәйем дә ял итте...
Юҡҡамы ни өләсәйем
Алъяпҡыс бүләк итте.


Атайыма
Намыҫ-ғәҙеллектең өлгөһө һин,
Изге эштәр менән гел яндың,
Рухлы булдың, беҙҙең ғорурлыҡ та
Нәҫел-нәсәп, барлыҡ туғандың.
Исемеңде ергә тапаманың,
Яҡты булды ҡылған эштәрең,
Оло-кесеһенә донъялыҡта
Кәрәк булды гел кәңәштәрең.
Алтынға тиң әйткән һүҙҙәрең дә,
Шым ҡалыуың – үҙе тәрбиә!
Бер ҡарашың беҙгә ҡайһы ваҡыт
Аҡыл бирә ине мәңгегә.
Беҙ атайлы булдыҡ, арҡалы ла,
Тойоп үҫтек атай хәстәре.
Шат-бәхетле үтте бала саҡтар,
Түңәрәк ине ғаилә өҫтәле.
...Мин – бер бөртөк ҡыҙың – ике улың
Араһында иң-иң иркәһе.
Минең өсөн күб(е)рәк борсолғанһың,
Аңланым мин быны тик әле.
Һуңланылар ҡәҙер-хөрмәттәрем,
Иртә киттең фани донъянан,
Бәхет теләп асылдарың күскән:
Кейәүең – тап һинең тупһанан...


Әсәйемә
Әсәйем – иң аҡыллыһы,
Кешегә асыҡ йөҙө!
Тик яҡшылыҡҡа өйрәтә
Уның әйткән һәр һүҙе!
Әсәйем – иң-иң матуры,
Тиңләр инем ҡояшҡа!
Өйөбөҙҙөң бер йәме юҡ,
Әсәйем, һинән башҡа!
Бешергән аштарың тәмле,
Гөл түгелә ҡулыңдан!
Тик изгелектәр күр, әсәй,
Үҫтергән ҡыҙ-улыңдан!
Әсәйҙәр йәшәй бала тип,
Үҙҙәрен һис аямай!
Әсәйемде яҡлар өсөн
Мин торормон ҡаялай!


Тыуған йорт
Тыуған йортҡа ҡайттым бына –
Минең алтын бишегем!
Йорт ҡапҡаһы йырлап тора,
Асыҡ әле ишегем!
Өйөбөҙҙә ҡот-нур уйнай
Әсәйебеҙ булғанда,
Тыуған йорттоң йылыһынан
Күңелгә моң тулғандай!
Йыйылайыҡ тыуған йортҡа
Ишектәр асыҡ саҡта,
Тәҙрәләрҙә ут янғанда,
Әсәйҙәр иҫән саҡта...


Урам
Һағынып та ҡайттым ауылымды,
Бына тыуып үҫкән урамым,
Ошо ерҙә күпме эҙҙәр һалдым,
Шул юлдарҙы күпме ураным!
Шишмә буйындағы тирәктәр ҙә
Беҙҙең сәстәр кеүек салланған,
Ошо тирәктәрҙең хәтерендә
Бала сағым минең һаҡланған.
Беҙ йәшәгән урам бик ҙур түгел –
Теҙелеп тә киткән ете өй...
Бәпембәләр үҫкән яр буйынан
Ағыла ла кеүек таныш көй.
Атай-әсәй йәш булғанда әле,
Күрше-күлән, дуҫ-иш – барыһы,
Гөр килешеп, кем уҙарҙан үҫеп,
Таралышып остоҡ барыбыҙ...
...Таныш урамымдан атлап киләм,
Шул уҡ йорттар ҡаршы алалар...
Буш йорттарҙың тәҙрәләре генә
Моңһоу ҡарап оҙатып ҡалалар.
Шөкөр итәм: тыуған йортом асыҡ,
Әсәй ҡаршы ала ҡосаҡлап,
Бала сағым ошо урамымда
Йүгереп йөрөй кеүек уйнаҡлап...


Үпкә
«Юҡҡа-барға үпкәләмә –
Бәхетең булмаҫ, балам».
Ошо кәңәшеңә, әсәй,
Әле лә ҡолаҡ һалам.
Һүҙҙәр яуа ямғыр кеүек,
Һалҡыны бар, йылыһы...
Берәүҙәре йән өшөтһә,
Ялҡын өҫтәй ҡайһыһы.
Йөрәктәрҙе иретерлек
Һүҙҙәр ишеткәнем бар...
Нахаҡ ғәйеп тағыусыға
Әллә инде донъя тар?
Уйламайса һөйләгәндәр
Һала күңел яраһы,
Әйткәндәре әйтә бирһен,
Тимәк, шундай самаһы...
Еңел түгел үпкә һүҙгә
Тиҙ генә нөктә ҡуйыу...
Әсәй кәңәшен тыңлайым:
Мөһим – бәхетле булыу...


Уҡытыусы
Бындай ауыр яҙмыш бөгөн
Төштө күптәр иңенә!
Ләкин башыңды эймәнең
Замандың был еленә.
Исемеңде юғалтманың
(Булманы быға шигем!)
Тотторһа ла тормош һиңә
Башҡа һөнәр ишеген...
Сит яҡтарға сығып киттең,
Элеп йортоңа йоҙаҡ.
Мәжбүр булдың был аҙымға
Эш таба алмағас оҙаҡ...
Көрәш менән үтә көнөң,
Билдәһеҙлек алйыта,
Яңы закон-үҙгәрештәр
Йә реформаһы «йота».
Күпме йылдар абруй менән
Үттең хеҙмәт юлдарын,
Тырышлығың онотмаҫтар
Ҡыҙҙарың һәм улдарың!
...Иманым камил, килер ул
Хаҡ-дөрөҫлөк көндәре:
Өр-яңынан кәрәк булыр
Уҡытыусы һөнәре!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: