+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып

 Кем ул уҡытыусы? Икенсе әсәйме, әллә белемдең иң бейек баҫҡысына үрләргә ярҙам итеүсеме?

Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып
Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып

 Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар Ибрай мәктәбендә үткән Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатыу тантанаһында. Ә ҡунаҡтар итеп мәктәбебеҙҙә төрлө йылдарҙа эшләп киткән уҡытыусылар саҡырылғайны. Улар хатта дәрес бирҙеләр!.. I – XI синыфтарҙа Ҡолғарина Зарема Мортаҙа ҡыҙы, Янбаева Гөлсөм Йосоп ҡыҙы, Фәхретдинова Зөлфиә Сәмерхан ҡыҙы, Сәүиә Сабит ҡыҙы һәм Шәһит Ғимран улы Ҡолмөхәмәтовтар, Мырҙабаева Асия Ситдыҡ ҡыҙы, Аҡбутин Тәлғәт Буранбай улы, Юлдашбаев Фәнил Яхъя улы үҙҙәренең предметтары буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтте.
Уҡытыусы һәр кем өсөн һәр заманда иң хөрмәтле, иң абруйлы, иң ихтирамлы кеше булып ҡала. Бына шуның өсөн дә кисәнең икенсе өлөшөндә һәр синыфтың концерт номерҙары менән аралашып, бөтә уҡытыусыларға ла балалар ҡулы менән эшләнгән миҙалдар таратылды. Тәжрибәһенә, йәшенә ҡарап, һәр остаз – “Абруйлы уҡытыусы”, “Хөрмәтле уҡытыусы”, “Йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн”, “Мәктәптең киләсәге”, ә ғүмер буйы мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сығыусылар “Һөнәргә тоғролоҡ” миҙалдарына лайыҡ булды.
Эйе, уҡытыусы булыу һәр кемгә бирелмәйҙер ул. Бала ғүмеренең иң саф, иң наҙлы ғәмһеҙ мәле – бала саҡтың матур, мәктәп йылдарының ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән үтеүе лә уҡытыусы менән бәйле. Ошо сара ла улар күңелендә ҡалыр, сөнки уҡытҡан уҡытыусылары хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белделәр. Кем уҡытыусы һөнәрен алғансы, һауынсы, икмәк бешереүсе булған, “Йәшлек” гәзитендә эшләгән, кем кемгә синыфташ, кем Совет Армияһында ике йыл хеҙмәт иткән, кем ҡымыҙ бешә, кем милли кейемдәр тегә, кем ҡурайҙа ла, гармунда ла яҡшы уйнай, кемде “Алтын малай” тигәндәр һәм ни өсөн кеүек һорауҙарға яуап эҙләнеләр һәм таптылар!
Мәктәп тарихын уҡытыусылар һәм уларҙың уҡыусылары яҙа. 2025 йылда Ибрай мәктәбе үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә беҙҙең белем усағында 150-гә яҡын уҡытыусы эшләгән. Уларҙың һәр береһе үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән мәктәп тарихы биттәренә сағыу эҙҙәр ҡалдырған. Ә күпме бала ошонда тормошҡа юл тапҡан! Гөлдәр Буранбай ҡыҙы Аҡбутина мәктәбебеҙҙә үткән Уҡытыусы һәм Остаз йылын ябыу байрамын онотолмаҫлыҡ итеп ойошторҙо.


Земфира АҠБУТИНА.

Ейәнсура районы.

Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып
Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып
Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып
Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып
Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып
Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: