+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Айрат Ғәлимов – иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы

Мәскәүҙә илдең иң яҡшы 48 физкультура уҡытыусыһын һәм өҫтәмә белем биреү педагогын бүләкләү тантанаһы уҙған.

Айрат Ғәлимов – иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы
Айрат Ғәлимов – иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы

Конкурста "Мәктәптә  футбол" проекты буйынса уҡыусылар менән шөғөлләнгән педагогтар ҡатнашҡан. 2023/2024 уҡыу йылында 48 төбәктең 2 мең 150 белем усағынан 3 мең 780 физкультура уҡытыусыһы ярышҡан. Башҡортостандан Октябрский ҡалаһындағы 22-се мәктәп уҡытыусыһы Айрат Ғәлимов еңеп сыҡҡан. 

Бүләкләү тантанаһында Рәсәй йыйылма командаһы легендалары – Данияр Билялетдинов һәм Руслан Пименов ҡатнашҡан. Физкультура уҡытыусылары һәм өҫтәмә белем биреү педагогтарының "Футбол магниты" тип аталған һөнәри оҫталыҡ конкурсы "Мәктәптә футбол" Бөтә Рәсәй проектының яңы йүнәлеше булып тора.

 Фото: education.bashkortostan.

Айрат Ғәлимов – иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы
Айрат Ғәлимов – иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: