Блокадала оҙайлы ваҡытҡа ҡамауҙа ҡалыусыларҙы иҫкә алып, уларҙың сыҙамлығына һәм батырлығына хайран ҡалды барыбыҙ ҙа. Документаль фильм ҡарап, уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлағас, Ленинград халҡы кешелек тарихында иң ҡурҡыныс фажиғәләрҙең береһен кисереүен аңлайһың. Балаларҙы шул ауыр саҡтарҙа икмәк нормаһы көнөнә 125 грамм тәшкил итеүе, ә был икмәк киҫәгенең ысын мәғәнәһендә йәшәү символына әүерелеүе, күптәр өсөн берҙән-бер өмөт булыуы тураһындағы мәғлүмәттәр тетрәндерҙе.
Оҙаҡ йылдар «Эҙәрмәндәр» клубын етәкләгән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Анна Александровна Густоваға рәхмәт әйтке килә. Тарихыбыҙға Бөйөк Ватан һуғышының иң фажиғәле һәм шул уҡ ваҡытта героик биттәренең береһе булараҡ ингән Ленинград блокадаһын иҫкә алыу көнөн ул ойошторҙо.
Кисә аҙағында икмәк комбинаты тарафынан әҙерләнгән «блокада икмәге» таратылды.
Мәүзилә ҮТӘЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө районы, Нуғай ауылы.