

Унда Рәсәй төбәктәренән 14 – 17 йәшлек илһөйәр үҫмерҙәр һәм уларҙың остаздары – 500 кеше ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән йылда ойошторолған слеттың әһәмиәте бигерәк тә ҙур. Билдәле булыуынса, “Тарихты һаҡлаусылар” – “Юнармия” һәм “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаларының берлектәге проекты. Уның маҡсаты – йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү, тарихты һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индереү.
Слётты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы “Юнармия”ның төп штабы етәксеһе, Рәсәй Геройы Вячеслав Головин, “Беренселәр хәрәкәте” идаралығы рәйесе урынбаҫары Ксения Янова, Рәсәй хәрби көстәре Баш хәрби-сәйәси идаралығы төркөмө етәксеһе Максот Телембаев, Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров, мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин сәләмләне.
– Беҙҙең республиканан ғына проектҡа 5 мең кеше ҡушылған. Был залда илебеҙҙең бөгөнгө тарихын яҙыусылар йыйылған. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән аралашҡан һуңғы быуын, һеҙҙең күптәрегеҙ тере ветеранды күреп өлгөрмәгәндер, әммә хәтерҙе тергеҙеп, тарихыбыҙға ҡағылып, һеҙ геройҙарыбыҙҙы белә алаһығыҙ, һеҙҙең алда ҙур яуаплылыҡ – тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау. Һеҙ бөйөк миссия алдында тораһығыҙ, тарихи мираҫты һаҡлап, киләсәк быуынға тапшырасаҡһығыҙ, – тине Илдар Мәүлитбирҙин.
Әйткәндәй, “Тарихты һаҡлаусылар” проекты әүҙемселәре илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге 18 мең иҫтәлекле урынды шефлыҡҡа алған. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән берлектә 928 мәңгелек ут мемориалын, 3431 хәтер утын, 5802 һәйкәл һәм обелискты, шулай уҡ 7843 хәрби ҡәберлекте тәртипкә килтергән.
–Һеҙ – тарихты һаҡлаусылар һәм яҡлаусылар, һеҙ үҙегеҙҙең артығыҙҙан иптәштәрегеҙҙе һәм фекерҙәштәрегеҙҙе эйәртеүселәр. Һеҙ архивтарҙа эшләп, тарихыбыҙҙы тулыландыраһығыҙ. Һеҙ – тарихҡа нигеҙләнеп киләсәкте төҙөүселәр. Ата-бабаларыбыҙ исеменә тап төшөрмәҫбеҙ. Һеҙгә слетта уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем, – тип мөрәжәғәт итте Вячеслав Головин.
Слетта ҡатнашыусылар “Тарихи хәтерҙе һаҡлау”, “Почетлы ҡарауыл”, “Шефлыҡ ирекмәнлек төрө булараҡ”, “Йәш хәбәрселәр”, “Лидерҙар”, “Остаздар”йүнәлештәре буйынса эшләйәсәк.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған, тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән саралар – оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар, Рәсәй Геройҙары менән әңгәмәләр, дискуссиялар ойошторола. "Хәтер архитектураһы" конкурсы үтәсәк. Сараны ябыу тантанаһында иң яҡшы 20 проектты билдәләйәсәктәр. Уларҙың уңышлылары арт-проект төҙөү өсөн ҡулланыласаҡ.
Фото: com.