-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
17 Август 2018, 11:36

Ҡыҙылсанан прививкаң бармы?

Республикаға көтөлмәгән, онотолоп бөткән сир килде: ҡыҙылса. Әле 22 осраҡ теркәлгән, йәғни 13 баланың һәм 9 өлкән кешенең ауырыуы иҫбатланған. Был осраҡтар Өфө ҡалаһы һәм районында, Иглин, Шишмә, Ҡырмыҫҡалыла теркәлгән.

Ҡыҙылса – ул өҫкө тын юлдарын зарарлаусы киҫкен йоғошло инфекция. Сирле кешенән һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә йоға. Бөтә йәштәге кешеләр ҙә ауырыуы ихтимал. Ҡыҙылса менән ғүмергә бер тапҡыр ғына сирләй­ҙәр, шунан организмда уға ҡаршы ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килә.
Ауырығанда температура 38 градусҡаса күтәрелә, танау эсе, күҙҙәр, тын юлдары ялҡынһына. Һуңынан ҡолаҡ артында, биттә, муйында, күкрәктең өҫкө өлөшөндә ҡыҙыл сабыртма барлыҡҡа килә. Бөтә тәнгә, аяҡ-ҡулдарға таралыуы ла бар. 3 – 4 көндән ағара башлай. Сирҙе булдырмауҙың иң ышаныслы ысулы булып вакцинация ҡала, ти эпидемиологтар. Шуға ла сир теркәлгән райондарҙа балалар баҡсаларына, мәктәптәргә урынлаштырғанда балаларҙың ҡыҙылсанан прививка булыуын талап итәләр.
Читайте нас: