Ауырыу таралған осорҙа халыҡ күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа, медицина маскаһы кейеп йөрөргә кәңәш ителә. Грипп һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар өҙлөгөүҙәргә килтереүе бар, шуныһы ҡурҡыныс. Тимәк, үҙ ваҡытында прививка эшләтеп ҡалырға тырышыр кәрәк ине.
Ауырыу йоҡтормау өсөн һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәк. Улар ябай ғына. Мәҫәлән, ҡулдарҙы йыш йыуыу, саф һауала күберәк булыу, бүлмәне елләтеп тороу, витаминдарға бай аҙыҡтар менән туҡланыу, көн дә зарядка эшләү, әлбиттә, өшөргә, артыҡ көйәләнергә ярамай. Һарымһаҡ, һуған менән дуҫ булығыҙ, лимонлап, төрлө еләк-емештәр менән күберәк сәй, компот эсегеҙ. Гаджет, пульт кеүек йыш ҡулланған әйберҙәрҙе лә һөртөп торорға кәрәк. Шулай ҙа ауырыу йоҡһа, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итеп, ул ҡушҡандарҙы үтәгеҙ.