Ҡарҙың норманан әҙерәк булыуы сәбәпле, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында көслө һыу ташыуы булмаясаҡ, тиҙәр. Шулай ҙа әҙерлек саралары күрелә: халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары булдырылған. Ташҡынды 14 автоматик гидропост күҙәтәсәк. Тимәк, хәүефле урындарҙы күреп, кешеләрҙе иҫкәртеү мөмкинлеге була.
Боҙ китеүен күҙәтеү ҡыҙыҡ, әлбиттә. Әммә һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Өлкәндәрһеҙ йылға буйына бармағыҙ, бәләкәй туғандарығыҙҙы ла ҡарап ҡына тороғоҙ. Бәлә аяҡ аҫтында, һаҡ булығыҙ!