Ә төбәгебеҙҙең ветеринария идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2018 йылда 12 хайуанда ҡотороҡ сире табылған. Улар – 4 эттә, 3 бесәйҙә, 3 ҡомаҡта һәм 2 осраҡ ҡырағай хайуандарҙа – төлкөлә һәм бурһыҡта. Унан алдағы йылда ундай ҡурҡыныс хәлдәр теркәлмәгән.
Тешләнгән осраҡта нимә эшләргә һуң? Иң беренсе йәрәхәтләнгән урынды һабынлап йыуып, дезинфикациялау өсөн йод һөртөргә. Унан мотлаҡ рәүештә табиптарға мөрәжәғәт итеп, прививка һалдырыу сараһын күрергә кәрәк.
Ҡотороҡ сире хайуанға ғына түгел, кеше өсөн дә
үлемесле ауырыу икәнен онотмаһағыҙ ине.