-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
28 Июнь 2019, 14:17

Эй, Хоҙайым, урман янғындарынан һаҡла!

Башҡортостанда урман янғындары һаны бермә-бер арта, тип белдергән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында.

Уҙған тәүлектә төбәктә 4 гектарҙан ашыу майҙанда ике янғын һүндерелгән. Шуларҙың 2,7 гектары Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһенә тура килгән.
Быйыл Башҡортостанда 1681,6 гектарҙан ашыу ерҙә 131 урман янғыны теркәлгән. Бер йыл элек ошо көнгә республикала 97 янғын иҫәпләнгән. Ул саҡта урман фондының 936 гектар самаһы ере ялҡын ҡамауында ҡалған.
28 июндә Башҡортостандың күпселек райондарында — урмандарҙа беренсе класлы, урыны менән икенсе класлы янғын хәүефе лә фаразлана. Һаҡ, уяу булайыҡ, халыҡ әйтмешләй, һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай. Аллам һаҡлаһын бәлә-ҡазаларҙан!
Читайте нас: