Шуларҙан 4 бала һәм бер өлкән кеше ауыр хәлдә. Хәҙер ҡалаларҙа аҙым һайын шул бистролар бит. Халыҡ, бигерәк тә йәштәр, шунан һатып алып ҡапҡыларға өйрәнеп китте. Бәләкәй генә киоскыла бешереүселәр санитар нормаларҙы үтәп тә тормайҙарҙыр, бәлки.
Әйткәндәй, ТАСС хәбәр итеүенсә, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Мәскәү буйынса идаралығы май айынан авгусҡа тиклем шаурма һатылған 66 кафены тикшергән һәм уларҙың 65-ендә етешһеҙлектәр тапҡан! Аҙыҡ-түлектең сифаты һәм хәүефһеҙлеге тураһында документтары булмаған, ит һәм йәшелсәнең ҡайҙан икәне лә билдәһеҙ. Шулай уҡ инспекторҙар туҡланыу урындарында дезинфекциялау режимы, һыу юҡлығына ла иғтибар иткән. Шулай булғас, унда эшләүселәр нисек ҡул, һауыт-һаба йыуһын?! Ҡайһы бер ашнаҡсылар бирсәткә кейеү түгел, медицина тикшереүе лә үтмәгән булған.
Беҙҙә лә тикшерә башлаһалар, ошондай уҡ етешһеҙлектәрҙе табып, ул бистроларҙы ябып бөтмәҫтәр, тимә.