+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
9 Декабрь 2019, 19:25

Һаҡ булығыҙ: cнюс!

Насвай, вейп, снюс…

Ишеткәнегеҙ барҙыр инде үҫмерҙәрҙең, йәштәребеҙҙең һаулығын ҡаҡшата, хатта яҡты донъянан алып китә торған был ағыулы ҡатнашмалар тураһында. Әле һуңғы ваҡытта ил буйынса бигерәк тә снюс тигәне тураһында күп һөйләйҙәр. Был сәйнәй йәки һура торған наркотикта (шулай тип атаһаң да була) никотин бер сигаретҡа ҡарағанда әллә күпме тапҡырға күберәк дозала була икән, шуға тәмләп кенә ҡарағандан да ағыуланып, дауаханаға эләккән үҫмерҙәр күп.
Шуныһы аяныслы: был ағыу әле эре сауҙа үҙәктәрендә лә, интернет аша ла иркен һатыла. Һатыусыларға ни, кем алһа ла барыбер, уларҙы бер кемдең дә һаулығы ҡыҙыҡһындырмай: аҡса ғына булһын. Үҫмерҙәргә 30 һумға берәмләп тә бирәләр икән. Баланың снюс ҡулланғанын еҫенән белеп булмай, сөнки еҫе сыҡмай. Ауыҙ ҡыуышлығын, тештәрҙе генә түгел, эске ағзаларҙы ла зарарлай.
Һәр кем үҙенең һаулығын ҡайғыртһын, сәләмәт тормош алып барһын, матур ҡаптарға һалып һатылған, составында никотин һәм беҙгә билдәһеҙ тағы әллә нимәләр һалынған ҡатнашмаларҙан һаҡ булһын ине. Ниңә тыйылмай һуң улар шул тиклем зыянлы булғас, тиерһегеҙ. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла, депутаттар ҙа борсола.
Читайте нас: