+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
12 Декабрь 2019, 18:35

Снюсҡа «Юҡ!» тип әйтегеҙ!

Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусыларға никотинлы һағыҙ таратҡандары тураһында хәбәр уҡытыусыларҙы, атай-әсәйҙәрҙе шаңҡытты.

Ниндәй генә формала сығармайҙар уны?!
Cнюс Башҡортостанда ла бер бәләгә әйләнде. Эске эштәр министрлығы «Наркомания менән бәйле енәйәттәр» темаһы буйынса ойошторған матбуғат кәңәшмәһендә Рәсәйҙә снюсты һатыуҙы тыйыу буйынса ҡанун тураһында ла һүҙ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, составында никотин булған был нәмәне тыйыуы бик ауырға төшәсәк. Йәнәһе, ул да тәмәке кеүек бит, ә никотин ни тиклем ҙур дозала икәнен, әлбиттә, һатыусылар йәшерә. Никотиндан тыш та әллә ниҙәр һалынғандыр әле. Тыйылған хәлдә лә уны ҡулланыуҙан туҡтарҙармы һуң? Юғары категориялы нарколог Азат Әсәҙуллин, кешелә уны ҡулланыу теләген булдырмау отошлораҡ буласаҡ, бөтә көстө шуға йүнәлтергә кәрәк, тип иҫәпләй.
Снюстан зыян күреүселәр тураһында хәбәрҙәр көндән-көн күберәк ишетелә. Стәрлетамаҡта бер малай синыфташына кәнфит биреп, ашаһаң, 20 һум бирәм, ти. 11 йәшлек бала уны-быны уйлап тормай, ауыҙына ҡаба һәм ағыуланып, реанимацияға эләгә.
Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: һаҡ булығыҙ, зинһар, донъяны тағы бер афәт баҫып алып килә. Снюстың төрлө формала сығарылыуы ихтимал, бер кемдән дә бер нәмә лә алып ауыҙығыҙға ҡабырға ашыҡмағыҙ! «Юҡ!» – тип әйтергә өйрәнегеҙ! Һеҙгә көсләп ағыу ҡаптырырға бер кемдең дә хоҡуғы юҡ.
Читайте нас: