+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Декабрь 2019, 07:00

Отам тип, отолоп ҡуймағыҙ!

«Теген-бәйләү машинаһы оттоғоҙ», – тип хәбәр килгәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Өйҙә ике теген машинаһы бар, өсөнсөһө булһа ла, зыян итмәҫ, тием.

Ял көнөндә «Бәйләнештә» селтәрендә ултырған саҡта «Тегеү – минең хобби, ҡул эштәре, сигеү» тигән төркөм үткәргән уйында ҡатнашырға теләп, исем-шәрифемде ебәргәйнем. Икенсе көнөнә үк:
– Һаумыһығыҙ. Һеҙ беҙҙең төркөм конкурсында ҡатнаштығыҙ. Мин уның администраторы һәм төркөмдө булдырыусы. Исемем – Светлана. Ошо матур теген-бәйләү машинаһы оттоғоҙ, – тигән хәбәр алдым.
Шунда уҡ яуап бирмәгәс, бер аҙҙан тағын яҙған:
– Мин Мурманск өлкәһе Апатиты ҡалаһында йәшәйем. Бөгөн йәки иртәгә килеп алыу мөмкинлегегеҙ булмаһа, почта аша ебәрә алам, – тигән.
– «Почта аша ебәрегеҙ», – тип, өйҙөң адресын түгел, эштекен яҙам.
Бер аҙҙан:
– Тик почта сығымдары өсөн 390 һум күсерергә кәрәк булыр, – тип яҙып, банк картаһының иҫәбен ебәргән. Мин ышанһын тиеп, паспортының фотоһын да һалған.
Минең урында икенсе берәү булһа, бәлки, ышанып аҡса күсерер ине. Тик мин интернетта ундайҙарҙың күплегенә өйрәнеп бөткәнмен инде. Шулай ҙа ҡыҙыҡ өсөн яҙышыуымды дауам итәм. Бер ҡатлыраҡ күренер өсөн:
– Машинканы алғас та, түләйем, – тигән булам. Үҙем мине ҡара исемлеккә индерә һалып ҡуймаһын, тип төркөмөнөң скриншотын эшләй һалам.
– Оҙаҡламай мин ял итергә китәм. Машинканы ебәреү ҡайғыһы булмаясаҡ, – тип үҙенекен тылҡый.
– Шулай нисә кешене алданығыҙ инде. Ошо юл менән аҡса эшләйһегеҙме? – тип яҙыуым булды, төркөмөнөң ҡара исемлегенә индереп та ҡуйҙы. «Тегеү – минең хобби, ҡул эштәре, сигеү» тигән төркөмөн «Шәхси төркөм»гә әйләндереп, яҙышыуҙы юҡ итә һалды.
Интернет селтәрендә бына нисек алдашыусылар ҙа бар. Тоҙаҡтарына эләгә күрмәгеҙ!
Читайте нас: