+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
18 Декабрь 2019, 18:50

Янғынды иҫкәртә

Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән прибор күпме ғүмерҙе ҡотҡарып ҡала.

Янғын тураһында иҫкәртеүсе әйбер тураһында әйтәбеҙ. Әле республикала аҙ тәьмин ителгән һәм социаль «хәүеф төркөмө»нә ингән ғаиләләргә бушлай ҡуйыла ул. Йәнә яңыраҡ бала табыу йортонан сыҡҡанда, республика Башлығы бүләгенә ҡушып бирелә башланы. Бөтәһе 11 мең кеше алған да инде.
Фатирҙарға ҡаҙна иҫәбенә ҡуйылған приборҙар һаны – 120 меңгә етә. Төтөн сығыу менән әсе итеп сыйылдай башалған ошо приборҙар 336 кеше ғүмерен ҡотҡарған, шуларҙың 131-е – балалар.
Кемдәрҙең өйөндә был әйбер юҡ? Алып ҡуйырға кәрәк.
Читайте нас: