+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Һаҡ булығыҙ!
27 Декабря 2019, 14:55

Яңы хәүефле уйын

Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында балалар араһында тағы бер мәғәнәһеҙ уйын тарала башлаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уның ҡағиҙәһе – бер тәүлеккә телефонды һүндереп, "юғалып" тороу. Уҡыусылар атай-әсәйҙәре, туғандары, уҡытыусылары тураһында уйлап тормай, ошо социаль селтәр аша таралған уйынға ҡушыла. Шунан китә полицияға мөрәжәғәт итеүҙәр, эҙләүҙәр...
Нисек үҫмерҙәр шулай итеп һаулыҡтарын, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙарын аңламай икән?! Яҡындарыңды шулай хафаға һалырға яраймы ни? Атай-әсәйҙәр балаларының «Бәйләнештә» селтәрендә ниндәй төркөмдәрҙә ултырыуы, кемдәр менән аралашыуы тураһында һорашып, белеп торорға тейеш, тип бик дөрөҫ әйтәләр.
Читайте нас