+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
10 Ғинуар 2020, 16:10

Тюбингта һаҡ булығыҙ

Яңы йыл каникулы ваҡытында Республика балалар клиник дауаханаһының травматология бүлегенә 312 бала мөрәжәғәт иткән.

Улар араһында ярамаған урында тюбингта шыуғанда йәрәхәт алғандар, ҡайһы ерелер һынғандар бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңыраҡ ейәнсәре менән бергә шыуған олатай ҙа ағасҡа бәрелеп һәләк булған. Ҡыш көндәре алда күп әле, санала, тюбингтарҙа шыуғанда һаҡ булығыҙ. Махсус урындарҙа ғына елдерегеҙ. Ауылдарҙа ла балалар машина юлынан йәки уға яҡын шыумаһағыҙ ине.
Көндәр йылы тороу сәбәпле, боҙ ҙа ышанысһыҙ, хәүефле. Бер һыуытып, бер йылытып торғас, ҡыйыҡтарҙа ҡаты ҡар киҫәктәре, боҙбармаҡтар ҙа башҡа төшә яҙып тора. Быныһын да онотмағыҙ.
Тиҙҙән уҡыу башлана. Юл ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәһәгеҙ ине. Юл аша светофорҙың йәшел утына ғына сығығыҙ, ә водителдәр йәйәүлеләр өсөн янған йәшел утҡа мотлаҡ туҡтаһын ине. Юғиһә, юл аша үтеүе лә ҡурҡыныс. Тағы ла бер нәмә тураһында ҡабатлап әйтәбеҙ: дуҫтар, урамда йөрөгәндә ҡолаҡсындар кейеп, онотолоп китеп, музыка тыңлап йөрөмәһәгеҙ ине.
Читайте нас: