+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Ғинуар 2020, 16:40

31 шар йотҡан!

Томск ҡалаһында өс йәшлек малай 31 магнит шары йотҡан.

Хирургтар уларҙы фиброгастроскопия ысулы менән көслө магнит ярҙамында сығарған. Береһе эсәгенә үтеп ингән булған, ярай әле эсе аурытҡан баланы дауаханаға ваҡытында килтергәндәр, юғиһә, бик ҡатмарлы операция кәрәк булыр ине.
Табиптар әйтеүенсә, бындай уйынсыҡ магнит шарҙарҙы йотоу осраҡтары йыш ҡына күҙәтелә. Хатта ҙурыраҡ балалар менән дә булғылай икән. Торт, кекстар өҫтөнә һибә торған төрлө төҫтәге ваҡ ҡына кондитер шарҙары менән бутайҙар. Шуға ла атай-әсәйҙәргә бындай тәтәйҙәрҙе һатып алһалар, бик иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Хәүефле уйынсыҡтарҙы бөтөнләй һатмаһалар ҙа һәйбәт булыр ине.
Читайте нас: