Ҡарҙың норманан 1,5 тапҡырға күберәк яуыуы сәбәпле, һыу ҙа күберәк булыр, тиҙәр. Республика райондарының 240 тораҡ пунктына һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Яуаплы ведомстволар яҙғы ташҡынға тулыһынса әҙерләнгән.
Һәр кем был осорҙа һаҡ булырға тейеш. Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма, тигән әйтемде онотмайыҡ. Әле йылға-күлдәр боҙҙан әрселмәгән, көндәр бик йылы тора, шуға боҙға яҡын бармауығыҙ яҡшыраҡ. Кескәйҙәрҙең һыу буйҙарына яңғыҙ барыуына юл ҡуймағыҙ. Боҙ китеүен ҡарарға теләһәгеҙ ҙә, йыраҡтан ғына өлкәндәр менән бергә күҙәтегеҙ.
Һыу таша башлаһа, радио, телевизорҙарҙы ҡабыҙып ҡуйырға ҡушыла: мөһим мәғлүмәт хәбәр итеүҙәре бар. Донъя хәлен белеп булмай, ташҡын -ул стихиялы бәлә, шуға күрә кемдәр хәүеф янаған урындарҙа йәшәй, документтарығыҙҙы, иң кәрәкле әйберҙәрегеҙҙе алдан әҙерләп, йыйып ҡуйыу һәйбәт буласаҡ.