-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
18 Март 2020, 12:34

Ҡапыл һыу баҫҡанда үҙеңде нисек тоторға?

Ташҡын осоронда һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындарҙа йәшәүселәргә бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк. Ошо йәһәттән ҡайһы бер иҫкәртеү ҡағиҙәләрен белеү мөһим.

Көтөлмәгәндә һыу баҫһа, нимә эшләргә?
– Иң беренсе тыныслыҡ һаҡлап, ҡурҡыуға бирелмәгеҙ.
– Тиҙ генә документтар, ҡиммәтле әйберҙәр, дарыу, аҙыҡ-түлек һәм башҡа иң мөһим әйберҙәрегеҙҙе йыйығыҙ.
– Өйҙән сығып китер алдынан электр утын, газды һүндерергә онотмағыҙ.
– Әгәр ҙә бер аҙ ваҡытығыҙ бар икән, тәҙрәләр һәм ишектәрҙе таҡталар менән ябып ҡуйығыҙ.
– Ярҙамға килеүселәрҙе ҡыйыҡ йәки ағас баштарында көтөгөҙ.
– Зыян күреүсене күрһәгеҙ, ҡулығыҙҙан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙығыҙ.
Әгәр ҙә машинала булһағыҙ…
– Әгәр ҙә һыу баҫҡан урында машинағыҙ боҙолһа, тиҙ генә кабинанан сыға һалып, ярҙам көтөгөҙ.
– Һыу баҫҡан юлдан йөрөмәгеҙ, ағым алып китеүе бар.
Әгәр ҙә ғәҙәттән тыш хәлгә юлыҡһағыҙ, ҡотҡарыусылар кәрәкһә, 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
Читайте нас: