Кисә Иглин районының Урман ҡасабаһында балалар уйнап йөрөгәндә 11 йәшлек ҡыҙҙың өҫтөнә өйөлөп торған урынынан бүрәнә тәгәрәп китеп, бала йәрәхәттәрҙән йән биргән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡланыр, ғәйепле кеше булһа, язаһын да алыр. Әммә баланың ғүмерен генә кире ҡайтарып булмай...
Ҡыҙҙар, малайҙар уйнағанда һаҡ булһағыҙ ине. Өлкәндәр ҙә каникул ваҡытында балаларының ҡайҙа, нисек ваҡыт үткәреүен тикшереп, күҙ-ҡолаҡ булып торһа ине.