Үткән йәйҙә барлығы 120 кеше һыуға батҡан. Июль беҙҙе ныҡ эҫе көндәре менән аптырата ла, һөйөндөрә лә. Рәхәтләнеп һыу инергә мөмкин. Әммә һаҡланыу сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәк. Һыу инеү өсөн тәғәйенләнгән урындарға ғына барығыҙ.
Һыуға ҡапыл сумыу ҙа хәүефле. Иң тәүҙә һыу кисеп тороп, бер аҙ сайҡанып, һыу температураһына тәнегеҙҙе өйрәтеп алырға онотмағыҙ.
Атай-әсәйҙәр бер минутҡа ла балаларын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Бергә һыу инегеҙ, бергә ҡыҙынығыҙ.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, ике метрлыҡ ҙур матрастар һыуҙа йөҙөү өсөн ныҡ хәүефле. Ел сыҡһа, улар менән идара итеүе бик ауыр, түңкәрелеп һәләк булыусылар бар. Йөҙөр өсөн бәләкәйерәк матрастар һайларға кәрәк, ә ҡиммәтле ҙурҙары йоҡлау өсөн ҡулай.
Туп менән һыуҙа түгел, ярҙа уйнайҙар.
Эҫе көндәрҙә башҡа кейеп йөрөргә кәрәклеген дә онотмағыҙ. Кейемдең аҡһылыраҡ төҫтәгеһен, тәбиғи туҡымаларҙан тегелгәнен һайлағыҙ. Йәй хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен!