+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Июль 2020, 15:18

Һыу инәм тип, бәләгә тарымағыҙ!

Бер аҙна эсендә республикала 40 кеше һыуҙа батып үлгән. Ҡот осорлоҡ!

Улар араһында биш бала бар. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, бының сәбәптәре, беренсенән, иҫерек килеш һыу инеү менән, икенсенән, махсус тәғәйенләнмәгән урындарҙы һайлау менән бәйле. Балаларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырыу ҙа фажиғәгә килтерә.
Эйе, көндәр ныҡ эҫе. Бөгөн, мәҫәлән, республиканың ҡайһы бер урындарында 40 градус буласаҡ, тиҙәр. Һыу инмәй булмай, тик һәр кем ғүмере, һаулығы өсөн яуаплылыҡ тойоп, һаҡланыу сараларын күрһен ине. Балалар һыу ингәндә уларҙы алып килгән өлкәндәр ҙә бергә булырға тейеш, онотолоп китеп, ярҙа ултырырға ярамай. Таныш түгел урындарҙы һайламағыҙ, белгән ерҙә лә яҙғы ташҡындан һуң уйламаған урында соҡорҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Фото:gtrk.tv
Читайте нас: