+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
24 Июль 2020, 14:40

Сит ҡулдарҙан әйбер алма!

Ҡабаланып ҡайтып бара инем. Үҙем йәшәгән йорт янындағы балалар майҙансығы янында уйнап йөрөгән ете-һигеҙ йәштәрҙәге өс ҡыҙға таныш түгел, сәйер генә күренгән бер ирҙең көсләшә-көсләшә нимәлер бирергә маташыуын аңлап, шып туҡтаным.

Ҡыҙҙарҙың исемдәрен белмәһәм дә, күрше икәндәрен таныйым. Ә был кешене иһә тәүләп күреүем. Шуға ла уның кем булыуын, балаларға нимә тәҡдим итеүен төпсөнөп һораша башланым. Ҡапыл килеп ҡыҫылыуым тегеңә оҡшаманы. Ауыҙ эсенән нимәлер мығырлай-мығырлай ситкә китә һалды.

Өлкәндәрҙең нимә тураһында бәхәсләшеүҙәрен бер ни аңламай ҡарап торған бәләкәй күршеләремдең ҡулдарынан ялтыр ҡаптарҙағы, һағыҙға ла, кәнфиткә лә оҡшаған нәмәләрҙе тартып тигәндәй алдым. Бәләһенән баш-аяҡ тип, яҡындағы сүплеккә алып барып ташланым да тегеләр янына кире боролоп килдем.

«Ни өсөн ете ят кеше ҡулынан әйбер алаһығыҙ? Тамағығыҙ асмы? Моғайын, өйҙәгеләр үҙегеҙҙе көсләп тә ашата алмай йонсойҙор әле?!» – тип шелтәләй башлағас, бер килке тур­һайышып торҙолар. Һуңынан кеше һаулығына, аңына, хатта ғүмеренә хәүефле нәмә булыуы мөмкинлеге тураһында аңлатҡас, күҙҙәрендә хәүеф ҡатыш ҡурҡыу күләгәләре барлыҡҡа килде...

Әлбиттә, таныш булмаған кешеләрҙең барыһы ла насар ниәт менән йөрөмәй. Кемдер сабыйҙарҙы һөйөндөрөп сауап алыу маҡсатында ла теге йәки был әйберҙе ҡулына тоттороп китә. Әммә, үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа ҡара эсле әҙәмдәрҙең һуңғы арала йыш осрауы ата-әсәләрҙе көндән-көн борсоуға һала бара. Шуға ла ундай нәмәләр бик күҙҙе ҡыҙҙырған хәлдә лә, өлкәндәргә күрһәткәндән һуң ғына ҡулланырға ярайҙыр. Ә иң яҡшыһы таныш булмаған әҙәмдәрҙән бөтөнләй бер нәмә лә алмаҫҡа. Нимә тиһәң дә, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит Хоҙай ҙа.


Айгөл ГӘРӘЕВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, 166-сы балалар баҡсаһы.

Читайте нас: