+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
11 Декабрь 2020, 11:37

Янғында һәләк булыусылар күбәйҙе

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, ҡыш етеү менән янғында һәләк булғандар һаны ҡырҡа артҡан.

Декабрҙең тәүге ун көнөндә генә 24 кешенең ғүмере өҙөлгән. Улар араһында балалар ҙа бар...
Кешеләрҙе һәләк иткән янғындарҙың сәбәптәре: тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ ҡыланыу, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда һәм мейескә ут яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү.
Өйҙә янғынды иҫкәртеү ҡулайламалары булыуы бик һәйбәт һөҙөмтә бирә. Ошо бәләкәй сиреналар республикала 486 кешенең, шул иҫәптән 203 баланың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалған. Мәҫәлән, 10 декабрь төнөндә Дәүләкән ҡалаһында биш кеше, шул иҫәптән өс бала янғын иҫкәрткесе тауышынан уянып, ут ялмаған торлаҡтан сығып ҡотолған.
Фәрит Ғүмәров балаларға янғын сыға ҡалһа, үҙҙәрен нисек тотоу алымдарын өйрәтергә кәңәш итә, был күп фажиғәләрҙән имен ҡотолорға ярҙам итер ине. Уттан ҡурҡып, бәләкәстәрҙең өйҙән сығып ҡасыу урынына карауат аҫтына ҡасыу осраҡтары бар бит. "Янғынды үҙаллы һүндерергә тырышмағыҙ, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ", тип мөрәжәғәт итә халыҡҡа Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Дуҫтар, Яңы йыл ваҡытында өйҙәрҙә шыршы биҙәү, гирлянда, төрлө шартлатҡыстар, бенгал уттары менән бәйле бәхетһеҙ осраҡтар ҙа күбәйә. Һаҡ булығыҙ!
Читайте нас: