Кисә "Торатау" конгресс-холы янындағы тауҙан тюбингта шыуып, 12 йәшлек ҡыҙ һәм 6 йәшлек малай бәләгә тарыған. Икеһен дә дауаханаға һалғандар. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы тау текә, ылыҡтырғыс, әлбиттә, әммә унда юҡҡа ғына шыуырға ярамауы тураһында яҙыу элеп ҡуймағандар бит. Шәп итеп шыуып, ағасҡа бәрелһәң, башың ярылыуы, берәй ерең һыныуы бар. Алла һаҡлаһын, үлем осраҡтары ла булып тора.