+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
4 Март 2021, 15:18

Интернетта ултырғанда һаҡ булығыҙ!

Нефтекаманан бер үҫмер виртуаль өй һәм автомобиль алам тип, компьютер уйыны уйнап,артыҡ мауығып киткән, ахырыһы.

Уйындың башында әсәһенең банк картаһының һандарын, артындағы өс код һанын, хатта сығыу ваҡытын яҙған. Бының насар эҙемтәгә килтереүе тураһында ул белмәгәнме әллә ныҡ мауығып китеп, иҫәпкә алмағанмы икән? Аптырарһың. Әсәһе, картаһынан 10 мең аҡса юҡ булғас, хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итә. Шунда улының виртуаль валютаға автомобиль һәм өй алғаны асыҡлана ла инде.
Интернет менән эш иткәндә,ысынлап та, социаль селтәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Бер ҡасан да үҙегеҙ тураһында тулы мәғлүмәтте - өй адресын, уҡыған мәктәбегеҙ һанын - яҙмағыҙ. Геолокацияны ҡулланмағыҙ, айырыуса өйҙә төшөрөлгән фотоларҙы интернетҡа ҡуйғанда. Таныш булмаған һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ. Сит-ят кеше менән хәбәр яҙышмағыҙ, уның енәйәтсе булыуы ихтимал. Социаль селтәрҙә дуҫтары юҡмы, бөтөнләй әҙме, фотоңды ебәреүеңде үтенәме, берәй нәмә тураһында һөйләргә ҡушамы, осрашырға теләген белдерәме - ундай кешенән йырағыраҡ булыуың һәйбәт. Һәр ваҡыт атай-әсәйегеҙ менән кәңәшләшегеҙ, һорауығыҙ булһа, уларға мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото: culture.ru
Читайте нас: