+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Һаҡ булығыҙ!
12 Апреля 2021, 11:39

Ташҡын көслө!

Ҡотҡарыусыларҙың, ташҡын тураһында иҫкәртеп, документтарығыҙҙы, иң кәрәкле әйберҙәрегеҙҙе әҙерләп ҡуйығыҙ, тип яҙғанын уҡығанда, ул тиклем үк булмаҫ әле, тип уйлайһың. Әммә һаҡланғанды Аллаһы Тәғәлә һаҡлар, тигәндәй, һәр саҡ уяу булырға кәрәктер инде. Ана бит, республика ауылдарын һыу баҫыуы тураһында ватсап,"Бәйләнештә" селтәре аша күңелһеҙ яңылыҡтар, видеояҙмалар ағыла ғына.

Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондарында юлдарҙы япҡандар. Белорет, Салауат, Бишбүләк, Кушнаренко райондарында һыу ныҡ ташҡан, урындарҙа ҡотҡарыусылар эшләй.
Мөмкин тиклем бәлә-ҡазаһыҙ үтһен инде был яҙғы ташҡын. Һаҡ булайыҡ!
Фото: WhatsAppтан.
Читайте нас